Ауыл хужалығы хаҡында етди һөйләшеү14.03.2012
28 мартта Түбәнге Новгородта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Советтың ултырышы була. Ул “Модернизация шарттарында Волга буйы федераль округында агросәнәғәт комплексын үҫтереү” темаһына арналасаҡ. Ошо көндәрҙә мөһим сараға әҙерлеккә арналған видеоконференция үткәрелде. Эш төркөмө кәңәшмәһендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Галина Изотова:
—Совет ултырышына ентекләп әҙерләнергә кәрәк. Йәнле һөйләшеү булырға тейеш, һәр төбәк вәкиле үҙенең проблемаларын еткерә алһын ине. Етди эксперттарҙың да сығышы көтөлә, — тине.
Рөстәм Зәки улы әҙерлек барышы тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе. Бөгөнгә округтың һәр төбәге 2007 — 2011 йыл өсөн агросәнәғәт комплексы торошо тураһында мәғлүмәт ебәргән. Улар бергә тупланған, һөҙөмтәләр буйынса аналитик белешмә әҙерләнгән.
— Белешмә һәр төбәктең тәҡдимдәрен, белгестәр менән депутаттарҙың фекерен иҫәпкә алып эшләнде. Ул өс өләштән тора, — тине Рөстәм Хәмитов. — Округтың мөмкинлектәре бик ҙур. Былтыр ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү күләме буйынса Волга буйы федераль округы илдең башҡа төбәктәре араһында беренсе урынды алды.
Башҡортостан Президенты округтың ауыл хужалығы комплексына дөйөм анализ яһаны. Ул тармаҡтың алты төп проблемаһына туҡталды. Улар — ауыл хужалығы ҡулланылышындағы ерҙәр, техника, ауыл хужалығы етештереүселәренә дәүләт ярҙамы, комплекстың конкурентлыҡҡа һәләтлелеген арттырыу, ауылда тормош сифатын яҡшыртыу һәм тармаҡта кадрҙар мәсьәләһе. Быларҙың барыһы ла ултырыштың көн тәртибенә сығарыласаҡ.
Ә. ӘЙҮПОВА.


Вернуться назад