Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бар донъяға билдәле эшлекле баҫма — “FORTUNE” журналы хәбәрселәре Тудор Стаматиан һәм Елена Корбинская менән осрашты. Журнал — биш миллиондан ашыу уҡыусыһы булған абруйлы бизнес-баҫма. Ул айына ике тапҡыр инглиз телендә сыға, АҠШ, Европа һәм Азияла тарала.
Осрашыу барышында Башҡортостан иҡтисадына сит ил инвестициялары йәлеп итеү, әлеге ваҡытта республикала тормошҡа ашырылған проекттар, Башҡортостандың халыҡ-ара кимәлдәге имиджын һәм көслө иҡтисади бренд булдырыу мәсьәләләре буйынса һөйләшеү булды.
— Рәсәйҙең Статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандың тәүге ике ай эсендәге сәнәғәт етештереүе күләме былтырғы йылдың ноябрь-декабрь күрһәткестәре менән сағыштырғанда ярайһы артҡан. Беҙ — илдә бындай һөҙөмтәгә өлгәшкән берҙән-бер төбәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Тудор Стаматиан әйтеүенсә, Рәсәй — ул Мәскәү генә түгел. Улар ил төбәктәренең мөмкинлектәренә һәм ҡеүәтенә ышана.
— Артабан да уңыштарығыҙ артыр тип өмөтләнәм. Рәсәйҙә иҡтисадҡа ҙур килем килтергән уңышлы сит ил инвестицияларына миҫалдар күп, — тине ул. — Сит ил инвесторҙары Башҡортостандың иҡтисады үҫешенә ниндәй йоғонто яһай алыуы хаҡында һеҙҙең фекерегеҙҙе ишетке килә. Шулай уҡ республиканың асыҡлығын, ни тиклем сит ил инвесторҙары менән эшләү теләге барлығын күрергә теләйбеҙ.
Әлеге ваҡытта баҫма Рәсәй Федерацияһы төбәктәре буйынса иҡтисади белешмә әҙерләй. Был проект һуңғы ун йылда ил иҡтисадының ни тиклем үҙгәреүен күрһәтеүҙе, уңышлы компаниялар менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Ә. ИЛДУСОВА.