Төбәгебеҙ үҙенә ылыҡтыра27.04.2016
Мәскәүҙә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ЮНЕСКО эштәре комиссияһының дөйөм йыйылышында ҡатнашты. Сараны Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров үткәрҙе.

Ведомство башлығы әйтеүенсә, ЮНЕСКО Генераль конференцияһының 38-се сессияһында ойошманың программа эшмәкәрлеген 2030 йылға тиклемге үҫеш өлкәһендәге бурыстарға яраҡлаштырыу зарурлығы билдәләнгәйне.
– Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Евразияла мәҙәни хеҙмәттәшлек йәһәтенән даими майҙан ойоштороу тураһындағы күрһәтмәһенә ярашлы, май айында Башҡортостанда “Евразия киңлегендә мәҙәни-ара диалог” халыҡ-ара конференцияһы уҙ­ға­рыла, – тине Сергей Лавров. – Шуға күрә ЮНЕСКО-ның “Ебәк юлы” проекты буйынса мәҙәни-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшереү шарт.
Генераль конференцияның 38-се сессияһында шулай уҡ геофәндәр һәм геопарктар буйынса халыҡ-ара программа уставы ҡабул ителде. Киң геопарктар селтәре ЮНЕСКО-ның геологик программаһына инде.
– Ойошманың ошо йүнәлештәге эшмәкәрлеге менән Рәсәй төбәктәренең дә ҡыҙыҡһыныуы ҡыуаныслы, – тине сит ил эштә­ре министры. – Мәҫәлән, Башҡортостан илебеҙҙә геопарк ойоштороу буйынса тәүге пилот проектын эшләүгә дәғүә итә.
Йыйылышта ҡатнашҡан башҡалар ҙа республикабыҙҙы Рәсәй менән ЮНЕСКО араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыуға тос өлөш индергән, ойошманың программаларын тормошҡа ашы­рыуҙа ҡатнашҡан иң әүҙем төбәктәрҙең береһе тип билдәләне.


Вернуться назад