Ҡанундар “ҡаҙаны” нисек ҡайнай?27.04.2016
Ҡанундар “ҡаҙаны” нисек ҡайнай? Бөгөнгө йәмғиәттә белемгә ынтылған, заман һулышын тойған йәштәр өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Ғилми йүнәлеш алып барһындармы, ижадҡа ылыҡһындармы, спорт менән шөғөлләнһендәрме, үҙен сәнғәттә һынап ҡарарға теләһендәрме – бөтөн тармаҡтарҙа үҫеш мөмкинлеге бар.

Мәҫәлән, БДУ-ның Сибай институтындағы юридик факультеты студенттары күптән түгел Дәүләт Думаһының, Мәскәүҙәге бер нисә уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге менән яҡындан танышып ҡайтты.
Буласаҡ хоҡуҡ белгестәре парламентта үҙен ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарға яуап алған. Иртәнге пленар ултырышта ҡат­нашып, депутаттарҙың сығышын тыңлау бәхетенә лә өлгәшкән улар.
– Дәүләт Думаһы менән танышыу, закон сығарыуҙың ни ҡәҙәр ҡатмарлы, нескә эш икәнен, проекттарҙың ҡабул ителер алдынан ниндәй юлдар аша үткәнен яҡындан белдек, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты студенттар. – Был ғилем, һис шикһеҙ, эшебеҙҙә ҙур ярҙам буласаҡ.
Сибай йәштәре, Халыҡ-ара юридик институттың етәкселеге менән аралашып, төрлө һорауҙарына яуап алған, дистанцияла белем туплау үҙенсәлектәрен өйрәнгән. М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты студенттар күңелендә айырыуса йылы тәьҫораттар ҡалдырған. Бында улар, “Карьера аҙнаһы” тигән сарала ҡатнашып, үҙ көсөн һынап ҡараған. Әйтеүҙәренсә, Сибай институтындағы белем сифаты илдең баш ҡалаһындағы юғары уҡыу йорттарыныҡынан һис тә ҡалышмай. Матди-техник хәл дә яҡшы, тәрбиә юғары кимәлдә.
Ғөмүмән, бер аҙналыҡ хоҡуҡи сәфәрҙән студенттар бай тәьҫораттар, яңы идеялар, дәрт, сәм туплап ҡайтты.
– Һайлаған һөнәрҙәребеҙҙең ни ҡәҙәр яуап­лы икәненә йәнә бер ҡат төшөндөк, – ти улар. – Хоҡуҡ тармағына ҡарата ихтирамыбыҙ артты, ҡыҙыҡһыныу көсәйҙе. Эшеңде юғары кимәлдә башҡарыу өсөн тәү сиратта уның үҙенсәлектәрен ныҡлы өйрәнеү мөһимлегенә инандыҡ. Мөмкинлек табып, ошондай сәфәр ойошторған остаздарыбыҙға – Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтовҡа, төр­көм етәксеһе Салауат Баҙамшинға – ҙур рәхмәт!




Вернуться назад