Хәйриә һәм ысынбарлыҡ26.04.2016
Башҡортостан Хөкүмәте йортонда Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов хәйриә мәсьәләләренә ҡағылышлы ултырыш үткәрҙе.
Башҡортостандың хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова былтырғы эшмәкәрлек йомғаҡтарын барланы.
– Хәйриәнең үҫеше йәмғиәттең әлеге хәлен асыҡ сағылдыра. Илдең иҡтисады көрсөк кисергән мәлдә лә был йәһәттән әүҙемлектең кәмеүе күҙәтелмәне. Күпселек компаниялар ярҙамды башҡасараҡ ойоштора башланы. Элек күптәр балалар йорттарына тәм-том, уйынсыҡтар алып килһә, хәҙер сабыйҙарҙы төрлө яҡлап үҫтереүсе саралар ойошторорға тырышалар. Былтыр хәйриәлеккә республиканың власть органдары ҡарамағындағы учреждениелар тарафынан – 90 миллион һум, район һәм ҡала хакимиәттәре ярҙамында 245,9 миллион һум аҡса йыйылған. Меңдән ашыу сара үткәрелгән, – тип һөйләне Ленара Хәким ҡыҙы.
Миҙалдың икенсе яғы тураһында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе Николай Никитин әйтеп үтте. Парламенттың эш төркөмө хәйриә ойошмалары исеменән сығыш яһағандарҙы йә алдап хәйер һорашып ултырғандарҙы фашлау йәһәтенән рейд үткәргән икән. Ошо саранан һуң Николай Никитин хәйриә ярҙамы күрһәтергә теләүселәрҙең ышаныслы фондтар аша ғына эш итеүен һорай.
Сарала ҡатнашыусылар Стәрлетамаҡ ҡалаһында наркотиктарҙан дауаланған 12 кешенең һәләк булыуын да телгә алды. Аяныслы тормош хәлендә ҡалғандарға Стәрлетамаҡтағы ише шикле ойошмалар ҙа ярҙам итә. Уларҙың иҫәбен алыу һәм эшмәкәрлеген тикшереү – көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәлә, тип белдерҙеләр. Ултырышта дин әһелдәре лә ҡатнашты. Һәр мәсет, сиркәү хәйриәлек менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, Митрополит Никон белдереүенсә, Өфө ҡалаһындағы ҡорамдарҙың береһендә генә 25 кеше үҙенә һыйыныр урын тапҡан. Уларҙың барыһы ла – йә ғәрип, йә ғаиләһен юғалтҡан берәҙәк.
Әлеге мәлдә республикала 300-ҙән ашыу хәйриә ойошмаһы эшләй. Уларҙың һәр береһе бәләгә тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.