Камчатканан — Калининградҡаса22.04.2016
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” төбәк сәйәси советы башлығы Константин Толкачев ил Президенты Владимир Путин һәм Хөкүмәт Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһы етәксеһе Дмитрий Медведев үткәргән видеоконференцияла ҡатнашты.
Дәүләт етәкселәре был көндө партияның штаб-фатирына килгәйне. 22 майҙа үтәсәк алдан тауыш биреү көнө алдынан улар урындарҙа ошоға бәйле эш үҙенсәлектәре менән танышты. Видеоконференция алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар өсөн ойошторолоп, Камчатканан алып Калининградҡа тиклемге төбәктәрҙә үтте.
Владимир Путин сарала ҡатнашыусыларҙы һайлау алды бәхәстәрен тейешле кимәлдә үткәрергә саҡырҙы.
— Дебаттарға килгәндә, улар Рәсәй өсөн хас юғары мәҙәни кимәлдә үтер, тип ышанам. Беҙ кандидаттары бер-береһенә бысраҡ яҡҡан, низағлашҡан ҡайһы бер илдәрҙән өлгө алмаясаҡбыҙ, — тине дәүләт башлығы.
Уның әйтеүенсә, бәхәстәр барышында “кандидаттарҙың программаларындағы иң яҡшы һәм перспективалы йүнәлештәрҙе асыҡлаясаҡбыҙ”.
Видеоконференцияла ҡатнашыусылар Дәүләт Думаһына һайлауҙа тәүге тапҡыр ҡулланылған сәйәси башланғыстың үҙенсәлектәрен, алдан тауыш биреү процедураһын, дебаттарҙың һәм халыҡ менән осрашыу йомғаҡтарын тикшерҙе.