Йөҙ кандидаттан кем үтер?19.04.2016
Йөҙ кандидаттан кем үтер? “Берҙәм Рәсәй” партияһынан праймеризда 107 кандидат ҡатнашасаҡ. Урман хужалығы экс-министры Рәжәп Нәбиуллин теркәү үткәндән һуң ғаризаһын кире алған. Был турала партияның төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе.

Рәсәйҙә праймеризға меңдән ашыу ғариза ҡабул ителһә, республикала 170 кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Кандидаттар араһында ир-ат күберәк — 77 кеше. Ике дәғүәсе урта белем менән, ҡалғандарының урта махсус йәки юғары белеме бар. Теркәлеү үткәндәрҙең 61-е — “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы, 40 кеше иһә бер фирҡәлә лә теркәлмәгән. Праймеризда ҡатнашыусылар араһында йәштәр ҙә күп, 35 йәше тулмаған дүрт тиҫтәгә яҡын кеше бар.


Вернуться назад