Ҡыҫҡартырға тигән һайын арта ғына...19.04.2016
Ҡыҫҡартырға тигән һайын арта ғына... Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев, чиновниктарҙы 10 процентҡа кәметергә, тигәйне. Ысынлап та, беҙҙең илебеҙҙә түрә, етәкселәр һаны бер ҡасан да аҙ булғаны юҡ. Ҡыҫҡартырға тигән һайын арта ғына. Уныһы — бер. Ә күпмеһе дәүләт аҡсаһын урлауҙы ғәҙәти күренеш тип иҫәпләй. Барыһын бер ҡалыпҡа һалырға ярамай, әлбиттә, һәр береһе бюджет аҡсаһын урлаусы йә туҙҙырыусы түгел. Шулай ҙа халыҡ һайлап ҡуйған түрәләр араһында хөкүмәт аҡсаһын үҙ кеҫәһенә күсереүселәр, уны юҡҡа-барға сарыф итеүселәр етерлек.

Әйтәйек, Сахалин өлкәһе губернаторы А. Хорошавин, Коми крайы губернаторы А. Гайзер, нәфселәрен тыя алмайынса урлашып, һуңғы сиктә тәртип һаҡсылары тарафынан ҡулға алынды. “Көнсығыш” космодро­мы төҙөлөшө барған ерҙә бер чиновник 273 миллион һум аҡсаны “йом­дорған”. Һамар ҡалаһы мэры 50 йәшлек юбилейын үткәреүгә 10 миллион һум аҡса тотонған, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә өс мәртәбә тыуған көнөн билдәләгән. Уның килеме декларациянан күренеүенсә, былтыр 2 миллион 800 мең һум булған. “Төрлө кимәлдә 25 йыл чиновник булып эшләп минең ошо юбилей кисәмде үткәрергә хаҡым бар”, — тип аҡлана.
Етмәһә, ябай халыҡтың көсһөҙ­лөгөнән оҫта файҙалана бәғзе түрәләр. Береһенән береһе күреп, әллә нисәмә фатир, унан тыш коттедж, ҡиммәтле машиналар алалар, яғыулыҡ улар өсөн лимитһыҙ. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй халҡының торлаҡ-коммуналь хужалығына ғына бер йылда 937 миллиард һум бирәсәге бар, унан тыш төрлө кредит һәм башҡа түләүҙәрҙең осо-ҡырыйына сығырлыҡ түгел. Аптырағандан Себер тарафтарына сығып китәләр, унан да, алданып, аҡсаһыҙ ҡайталар. Өйҙә күңелһеҙ хәл, кредит бурысы, уларҙың пеняһы, торлаҡ-коммуналь хужалығына, балалар баҡсаһына, мәктәбенә түләргә кәрәк. Ир кеше ни эшләргә тейеш? Йә эскегә бирелә, йә муйынын элмәккә тыға. Иң күп супер яхтаға заказ биреүселәр – Рәсәй байҙары, икенсе урында — АҠШ, өсөнсө урында – Сәғүд Ғәрәбстаны. Етмәһә, шул чиновниктар араһында уҡымайынса һатып алынған дипломдар менән эшләп йөрөгәндәр ҙә юҡ түгел. Әйтәйек, “Российская газета”ла шундай ғибрәтле хәл бәйән ителгәйне. Бер ойошмала баш инженер вазифаһын үтәүсе кеше отводтың нимә икәнен дә белмәй икән. Уға ошондай диаметрлы отвод алып ҡайт тип әйтеп ебәрһәләр, икенсене — ярамағанын алып ҡайта икән. Шунан ҡағыҙға һүрәтен төшөрөп ебәрәләр, унда ла яңылыша. Ни эшләп яңылышаһың, тип һорағандар. Мин бит уҡыманым, таныҡлыҡты атайым алып бирҙе, ти икән. Оҙаҡ эшләй алмаған, киткән.
Ульяновск ҡалаһы дауахана­ларының береһендә иһә баш табип булып бер һөнәргә лә уҡымаған әҙәм 10 йыл эшләгән. Ана шундайҙар ур­лашыуҙан, ил ҡаҙнаһын бүҫкәртеүҙән һис тә тартынмай. Баштан уҡ намыҫ тигән нәмә булмағас…
Беҙҙең халыҡты юридик, финанс өлкәһендә мәғлүмәтлелеккә өйрәт­мәйҙәр, шуға ла йылғыр, хәйләкәр чиновниктарҙан отолабыҙ, алдана­быҙ. Хеҙмәт килешеүе төҙөргә кәрәк­леген белмәүҙәре арҡаһында урын­дарҙа күп кенә кеше рәсми теркәл­мәйенсә эшләп йөрөй, тиҙәр. Уларҙы нимә көтә? Пенсияға сыҡҡанда стаж булмай, пенсия фондына аҡса күсе­релмәй, ауырып китһә, бюллетень түләнмәй, ҡатын-ҡыҙ бала тапһа, дек­рет отпускыһы юҡ һәм балаға пособие ла булмай. Улай-былай тикшереүселәр килһә, эш биреүсе эшсегә әйтеп ҡуя: “Телеңде тый, үҙем риза булып эшләйем, тип әйт”. Эштән ҡолаҡ ҡағам тип шулай тиергә мәжбүр була күбеһе.
Ошоларҙан сығып, нимә әйтергә мөмкин? Чиновниктар уҡымышлы, булдыҡлы, иң теләгәнем – бигерәк тә намыҫтары таҙа булһын, бюджет аҡсаһын туҙҙырмаһындар ине.

Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ.



Вернуться назад