4 мартта Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлау менән бер рәттән ҡала округтары, ҡала һәм ауыл биләмә Советтары депутаттары ла һайланды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов ошо хаҡта һөйләне.
— Урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутаттар һайлауҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһынан кандидаттар ҙур еңеү яуланы. Республика буйынса 721 мандаттың 552-һен (дөйөм һандың 76 процентынан ашыуын) беҙҙең кандидаттар алды. Үҙ-үҙен күрһәтеүселәр иҫәбенән партия яҡлылар һәм уның ағзалары депутат мандаттарының 17 проценттан күберәген яуланы. Ҡала округтары, ҡала һәм ауыл биләмә Советтарында депутат урындарының 7 проценттан аҙырағын коммунистар, либерал-демократтар һәм “Ғәҙел Рәсәй” ағзалары үҙ-ара бүлеште, — тине Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыштарҙы иҫәпләгәндән һуң “Берҙәм Рәсәй” партияһы кандидаттары өсөн иң күп тауыш биргән ҡала округтары билдәләнде. Мандаттар күләме буйынса 80 процентлыҡ сикте үткән ҡалалар иҫәбенә Нефтекама (81 %), Октябрьский (85 %), Сибай (95 %), Стәрлетамаҡ (84 %) һәм Межгорье (100 %) инде. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш, үҙәк һәм көнбайыш ҡалалары халҡы әүәл-әүәлдән һайлауға әүҙем йөрөһә, Нефтекама был исемлеккә тәүге тапҡыр инде.
Өфө ҡала Советына һайлауҙа “Берҙәм Рәсәй”ҙәр депутат мандаттарының 58 процентын алды.
“36 мандаттың 21-ен беҙ алдыҡ. Уларға үҙ-үҙен күрһәткән ике кеше өҫтәләсәк. Был да яҡшы һөҙөмтә. Депутаттарыбыҙҙың һаны бер аҙ кәмеһә лә, баш ҡала Советында төрлө сәйәси партияларҙан бер нисә фракция булыуы иң элек өфөләргә файҙа килтерәсәк. Улар яҡшыраҡ эшләү буйынса үҙ-ара ярышһын, һайлаусыларының ышанысын аҡлау өсөн яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтһен”, — тип билдәләне “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Республикалағы ҡала биләмә Советтарына тауыш биреү һөҙөмтәләре Өфө ҡала Советына һайлау йомғаҡтарынан байтаҡҡа юғарыраҡ. Был исемлектә депутат урындары һаны буйынса алдынғылыҡты Бәләбәй (95 %), Баймаҡ (93 %), Яңауыл (93 %), Мәләүез (90 %), Туймазы (90 %), Учалы (90 %) ҡалалары биләй. Туғыҙ ҡала биләмә Советында 165 депутат мандатының 143-өн (87 %) “Берҙәм Рәсәй”, дүртәүһен (2,4 %) — Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы, берәүһен (0,6 %) — Рәсәйҙең либераль-демократик партияһы, берәүһен (0,6 %) — “Ғәҙел Рәсәй”, 16-һын (9,7 %) үҙ-үҙен күрһәтеүселәр (шуларҙың етеһе — “Берҙәм Рәсәй” ағзаһы һәм дүртәүһе ошо партия яҡлы) алды.
Башҡортостанда ауыл халҡы бөтә кимәлдәге һайлауҙа тауыш биреү буйынса ҙур әүҙемлек күрһәтте. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына 721 депутат һайланды. Шуларҙың 630-ы (87,4 %) — “Берҙәм Рәсәй”, 23-ө (3,2 %) — Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы, 7-һе (0,9 %) — Рәсәйҙең либераль-демократик партияһы, 12-һе (1,7 %) — “Ғәҙел Рәсәй” партияһы ағзаһы һәм уның яҡлылар.
Рөстәм Ишмөхәмәтов билдәләүенсә, 4 марттағы һайлауҙы былтыр декабрҙә үткән Дәүләт Думаһына һайлау менән сағыштырғанда, әле республика халҡының “Берҙәм Рәсәй”гә ышанысының артыуын күрергә мөмкин. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, был күрһәткес, үҙ-үҙен тәҡдим итеүселәрҙе иҫәпкә алғанда, 87,4 процентҡа еткән. Был — ҙур еңеү. Башҡортостанда партияның рейтингы ла тайпылышһыҙ үҫә. “Һайлаусыларыбыҙ беҙгә ышана һәм беҙ ошо ышанысты аҡларға тейешбеҙ”, — тине партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе.
Азат САҘРЫЕВ.