Хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй Президентын һайлауҙа сибайҙар республика буйынса иң ҙур әүҙемлек күрһәтте. Сараға әҙерлек барышы, һайлаусыларҙың сәйәси әүҙемлеге, һөҙөмтәләр тураһында ҡала территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Вәсил Сәғәҙәтов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Вәсил Әсхәт улы, рәсми мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, сибайҙар һайлауҙа дәррәү ҡатнашҡан...
– Эйе, ҡалабыҙҙа Рәсәй Федерацияһы Президентын, ҡала округы Советына депутаттар һайлау ойошҡанлыҡ менән үтте. Исемлеккә индерелгән халыҡтың 79,5 проценты һайлау участкаларына килеп, үҙ кандидатына тауыш бирҙе. Бындай һөҙөмтәгә территориаль һәм участка һайлау комиссияларының ҙур әҙерлек эше алып барыуы булышлыҡ итте тип уйлайым. Ҡала биләмәһе буйынса барлығы 23 участка ойошторолдо, уларҙың һәр береһендә яҡынса ике мең тирәһе һайлаусы исемлеккә индерелгәйне.
– Участка һайлау комиссиялары башҡарған эштәр хаҡында бер-ике кәлимә һүҙ әйтһәгеҙ ине.
– Комиссия ағзалары ике тапҡыр йорттар буйлап йөрөп сыҡты. Тәүҙә исемлектәр аныҡланды, бер юлы һайлау участкаһының адресы, телефон номеры күрһәтелгән саҡырыу ҡағыҙы ла таратылды, килеп тыуған һорауҙарҙы һайлау участкаһына барып хәл итеү кәрәклеге хаҡында ла хәбәр ителде. Икенсегә йөрөгәндә һәр кемгә һайлауҙа ҡатнашырға саҡырыу ҡағыҙы тапшырылды.
Участкаларҙа эш графигы ваҡытында эленде, дежурлыҡ даими ойошторолдо. Мөһим сараға әҙерлек осоронда комиссияларҙың эшмәкәрлеге буйынса дәғүәләр булманы. Шуға ла һайлаусылар әүҙем булды. Көндөҙгө сәғәт 3-кә Сибай халҡының яртыһы, киске сәғәт 6-ға 70 проценты тауыш биргәйне инде.
Һәр ваҡыттағыса өлкән йәштәгеләр әүҙемлек күрһәтте. Иң өлкән һайлаусы, 102 йәшлек Ғәфирә Тәңребирҙина ла, үҙенең Конституцияла ҡаралған хоҡуғынан файҙаланды. Һайлаусылар, тауыш бирергә теләк белдереп, һайлау участкаларына дауахананан, хатта бала табыу йортонан шылтыратты.
– Сибайҙар күпселек тауышты кемгә бирҙе?
— Президент һайлауында В. Путин иң күп тауыш йыйҙы – һайлаусыларҙың 77,27 проценты уға ышаныс белдерҙе.
Урындағы үҙидара советына ла депутатлыҡҡа күпселек “Берҙәм Рәсәй” партияһы вәкилдәре үтте. Шулай итеп, Сибай ҡала округы Советына һайланған 20 депутаттың 19-ы “Берҙәм Рәсәй”ҙән, береһе генә – ЛДПР-ҙан.
Фаил Ҡылысбаев әңгәмәләште.