Константин Толкачев – икенсе урында15.04.2016
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Волга буйы федераль округы төбәктәрендәге закон сығарыу органдары башлыҡтарының медиарейтингында икенсе баҫҡысты биләй. Был мәғлүмәт “Медиалогия” мәғлүмәт-аналитика системаһының март айында үткәргән тикшеренеүендә сағыла.
Әйткәндәй, ғинуар һәм февраль айҙарында ла Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе икенсе урынды биләгәйне. Ул Татарстандың Дәүләт Советы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшиндан ғына ҡалышты.
Рейтинг “Медиалогия” системаһының киң мәғлүмәт саралары базаһы нигеҙендә төҙөлгән. Ул 31 200 сығанаҡты үҙ эсенә ала.