Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса совет ҡарарына ярашлы, республика Фәндәр академияһы www.anrb.ru сайтында Фәндәр академияһының һәм Башҡорт дәүләт университетының бер төркөм ғалимдары тарафынан эшләнгән Башҡортостан Республикаһының Дәүләт милли сәйәсәте концепцияһы проекты урынлаштырылды.
Советтың тәүге ултырышында билдәләнеүенсә, республикала үҙ- аллы бөтөн сәйәси документ булараҡ, милли сәйәсәт концепцияһы тәүге тапҡыр эшләнә. Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында йәмғиәт тормошо бөгөн бик ныҡ үҙгәрҙе: демократик традициялар, гражданлыҡ аңы, бөтөн мәсьәләләр буйынса фекерҙәрҙе ирекле белдереү алымдары әкренләп нығый. Дәүләт власы асыла төштө, граждандар йәмғиәте менән даими диалогтың төрлө формалары үҫә. Милли сәйәсәттә дәүләттең әһәмиәте һаҡланып ҡала, әлбиттә, шул уҡ ваҡытта этник төркөмдәрҙең үҫеше, граждандарҙың әүҙемлеген арттырыу өсөн шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бирелә.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт милли сәйәсәте концепцияһы проекты дөйөм ҡабул ителгән халыҡ-ара хоҡуҡ документтарына, федераль, республика ҡануниәте нормаларына нигеҙләнә. Уны әҙерләгәндә 1996 йылда ҡабул ителгән Рәсәйҙең Дәүләт милли сәйәсәте концепцияһын, ҡайһы бер төбәктәрҙең, атап әйткәндә, Татарстан, Сыуашстан, Саха (Яҡут), Ҡабарҙа-Балҡарҙың һәм башҡаларҙың ошондай уҡ документтар эшләүе, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында республикабыҙҙа ҡабул ителгән “Башҡортостан халыҡтары”, “Рәсәй Федерацияһы башҡорттары” дәүләт программаларын әҙерләү тәжрибәһе лә иҫәпкә алынды.
Концепцияның структураһын Башҡортостандағы милли сәйәсәттең маҡсаттарын, бурыстарын, төп йүнәлештәрен генә түгел, шулай уҡ уларҙы тормошҡа ашырыу алымдарын, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең үҙенсәлектәрен һәм үҫеш тенденцияһын билдәләгән дөйөм положениелар һәм һигеҙ киҫәк тәшкил итә.
Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында концепция проектына өҫтәмә индерергә тәҡдим ителде.
Проекттың йөкмәткеһе буйынса тәҡдимдәрҙе түбәндәге адрес буйынса ебәрергә мөмкин: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 15, 208-се бүлмә, e-mail:
[email protected]. Телефон/факс: 8 (347) 272-79-40.
А. ХӘЛИЛОВ.