Ҡануниәт камиллашыу юлында12.03.2012
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай мартта буласаҡ 50-се ултырышҡа әҙерләнә. Даими комитеттарҙа ошо мөһим сараны көн тәртибенә индереү өсөн ҡайһы бер мәсьәләләрҙе тикшереү маҡсатында кәңәшмә үткәрелде. Депутаттарҙың киләсәктә ниндәй закон проекттары өсөн тауыш бирәсәге иртәгә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумы ултырышында асыҡланасаҡ.
Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет ағзалары солох судьяларын тәғәйенләүгә һәм федераль ҡануниәтте камиллаштырыуға бәйле мәсьәләләрҙе ҡараны. Улар Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына прокурорға енәйәт эштәрен тикшереү йәһәтенән өҫтәмә хоҡуҡтар биреү тураһында закон проекты тәҡдим итмәксе. Комитет рәйесе Зөфәр Сафиндың әйтеүенсә, был документ хоҡуҡ һаҡсыларының эшендә хаталарҙы кәметеүҙе күҙ уңында тота.
Бюджет, һалымдар, финанс һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет ағзалары Башҡортостандың Юл фондынан аҡсаны ихата биләмәләрен һәм уларға илткән юлды йүнәтеүҙә файҙаланыу хаҡында закон проектын ҡараны, дәүләт милкен хосусилаштырыу тәртибен ҡулайлаштырыу мәсьәләһенә бәйле фекер алышты. Дәүләт унитар предприятиеларын яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә үҙгәртеү юлы менән шәхси ҡулдарға тапшырыу мөмкинлеген булдырыу хаҡында закон проектын марттағы ултырыштың көн тәртибенә икенсе уҡыуҙа ҡарау өсөн индерергә ҡарар иттеләр.
Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитеттың ултырышында өс закон проектына бәйле фекер алышыу булһа, уларҙың икәүһе урындағы власҡа ҡағылышлы ине. Атап әйткәндә, депутаттар муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы сиген аныҡ билдәләү хаҡында һүҙ алып бара, шулай уҡ урындағы норматив хоҡуҡ акттары регистрын алып барыу тәртибен артабан камиллаштырыуҙы кәрәк тип һанай.
Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитетта “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының өсөнсө бүлеген үҙгәртеү мәсьәләһе тикшерелде. Ул федераль ҡануниәткә 1992 йылдың сентябрь — ноябрь айҙарында һәм 1993 йылдың февраленән 1997 йылдың декабренә тиклем Тажикстандағы ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашҡан Рәсәй граждандарын хәрби хәрәкәт ветерандары һәм инвалидтары исемлегенә индереү тураһындағы үҙгәрешкә бәйле.
Д. МӘЖИТОВ.


Вернуться назад