Баҙарҙа тәртип кәрәк08.04.2016
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Башҡортостанда этил спиртының, алкоголле һәм спиртлы продукцияның әйләнеше өлкәһендәге ҡануниәттең тормошҡа ашырылыу мәсьәләһен өйрәнеү буйынса эш төркөмө ойоштороу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Эш төркөмөнә, депутаттарҙан тыш, Хөкүмәт һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре инде. Уға Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Франис Сәйфуллин етәкселек итә.
Эш төркөмөн ойоштороуға төбәк биләмәһендә алкоголле эсемлектәрҙе һатыу ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу осраҡтарының артыуы сәбәпсе. Ҙур сауҙа селтәрҙәрендә бындай тауар менән эш итеү билдәләнгән регламенттарға ярашлы башҡарылһа, ауылдарҙағы сауҙа нөктәләрендә, шулай уҡ бәләкәй магазиндарҙа ялған һәм сифатһыҙ алкоголь һатыу киң таралған. Бындай эсемлектәр халыҡтың һаулығына ҙур зыян килтерә, ғүмеренә хәүеф менән янай.
— Сифатһыҙ алкоголь һатыу — бөгөн ярайһы уҡ киң таралған күренеш. Бындай хәл Рәсәйҙең бөтә төбәктәренә лә, айырыуса ауыл еренә хас, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Ялған продукция һатыу осраҡтары күҙәтеү органдары тарафынан даими асыҡлана, киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыла. Шулай ҙа мәсьәләне ҡануниәтте үтәү күҙлегенән тикшерергә, бындай бизнесҡа булышлыҡ иткән хоҡуҡи етешһеҙлектәрҙе асыҡларға, сифатһыҙ тауар таралыуына кәртә ҡуйыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә кәрәк.


Вернуться назад