Үҫеш һәм яңырыу яҙы булһын07.03.2012
Үҫеш һәм яңырыу яҙы булһынӨфөлә Владимир Путинды яҡлаусылар Республика рус драма театры янына йыйылды
Ниһайәт, Рәсәй Федерацияһының яңы Президенты һайланды. Күпселек Владимир Путин кандидатураһына ышаныс күрһәтте. Ошо айҡанлы "Йәш гвардия"сылар 5 мартта Өфөләге В. Ленин майҙанында байрам концерты ойошторҙо. Унда бер нисә мең кеше ҡатнашты, башлыса йәштәр – студенттар, "Берҙәм Рәсәй", Халыҡ фронтының йәш активистары килгәйне. Күптәренең ҡулында – флагтар, шарҙар һәм "Путин булмаһа, кем һуң?", "Путин менән бер юлдан!" тип яҙылған транспаранттар.
– Бер ай элек ошонда йыйылып, 4 мартта Президент һайлауында лидерыбыҙ еңәсәк, тигәйнек. Яҙ килде, матур миҙгел менән беҙгә еңеү ҙә килде. Владимир Путин ил башлығы итеп һайланды! Байрам менән, дуҫтар! Еңеү менән! – тине Башҡортостанда Владимир Путинды яҡлау буйынса Халыҡ штабы етәксеһе Альберт Мифтахов.
Сығыш яһаусының фекеренсә, бөгөнгө байрам илебеҙ үҫешенең сираттағы этабына нөктә ҡуйырға тейеш. Көсөргәнешле һайлау кампанияһынан һуң халыҡҡа көндәлек хеҙмәт тормошона күсергә ваҡыт.
Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Өфө студенты Алина Нәсибуллина ла хистәр тулы еңеү шатлығы менән уртаҡлашты. Республиканың йәш юристар ойошмаһы етәксеһе Вадим Антонов һайлауҙың ғәҙел үтеүенә өлгәшеү маҡсатында Мәскәүҙә "Ғәҙел һайлауҙар өсөн" корпусы төҙөлөүе, быйыл февраль айында уға Башҡортостандан 4,5 меңдән ашыу студент һәм юрист инеүе хаҡында хәбәр итеп, уларҙың 4 мартта бойондороҡһоҙ күҙәтеүсе сифатында һайлау барышын күҙәтеүен, етешһеҙлектәрҙе шунда уҡ Интернетҡа ҡуйыуҙарын һөйләне.
Эстрада оҫталары халыҡтың байрам кәйефен күтәрҙе.
Фаил Ҡылысбаев


Вернуться назад