“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе 4 мартта үткән һайлауға үҙенең йомғаҡтарын яһаны. Партия тәҡдим иткән кандидаттың — Владимир Путиндың тәүге турҙа уҡ 63,6 процент тауыш менән Президент булып һайланыуы, һис шикһеҙ, ҙур еңеү. Ә Башҡортостанда иһә ул 75,28 процент тауыш менән үтте.
Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов әйтеүенсә, республиканың алты районында: Баймаҡ, Балтас, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Тәтешле һәм Хәйбуллала Владимир Владимирович өсөн һайлаусыларҙың 90 проценттан ашыуы үҙ тауышын биргән. Рөстәм Ишмөхәмәтов фекеренсә, был урындағы властарҙың яҡшы эшләүе, ә аграрийҙарҙың дәүләт тарафынан һиҙелерлек ярҙам алыуы һөҙөмтәһе.
— Был райондар — ауыл хужалығы үҫешкән төбәктәр. Теләһә ниндәй кимәлдәге һайлау ҙа халыҡ менән нисек эшләүҙе күрһәтеүсе сара. Бында йәшәүселәрҙең Владимир Путинға ышаныс белдереүе — уларҙың ысынлап та ярҙам алыуы һөҙөмтәһе, — тине ул.
Матбуғат конференцияһы ваҡытында Өфө һәм тағы республиканың ете ҡалаһы Советына депутаттар һайлауы һөҙөмтәләре лә әйтелде. Иң ҙур ҡыҙыҡһыныуҙы Өфө тыуҙырыуы тәбиғи. Асыҡланыуынса, яҡынса һөҙөмтәләр буйынса баш ҡала Советында “Берҙәм Рәсәй” партияһынан 21 депутат буласаҡ. Шулай уҡ башҡа йылдағыларҙан айырмалы КПРФ, ЛДПР һәм “Ғәҙел Рәсәй”ҙән дә кандидаттар ҡала Советына депутат булып үткән. Һандарға килгәндә, “Берҙәм Рәсәй” өсөн — 63,89, КПРФ менән “Ғәҙел Рәсәй”гә — 13,89-шар процент һәм ЛДПР-ға 8,33 процент тауыштар бирелгән.
Һайлау үтеү менән Өфөлә бер нисә митинг булды. Уның иң ҙуры Владимир Путин яҡлыларҙыҡы ине. Бынан тыш, оппозиция вәкилдәре лә урамға сыҡты. Рөстәм Ишмөхәмәтов фекеренсә, халыҡ аңлы һәм уларҙы митингтарға ҡыуып сығарыу кәрәкмәй.
Владимир Путинды яҡлаусыларҙың Халыҡ штабы етәксеһе, политолог Альберт Мифтахов та оппозицияға ҡарата үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Уның әйтеүенсә, Владимир Путин һәр кем менән дә яҡшы мөнәсәбәттә булырға тырыша. Һайлау үтеү менән ул еңелгән кандидаттар менән осрашып аралашты.
— Владимир Путин был кандидаттарҙың артында ла миллионлаған кешеләрҙең тороуын аңлай, — тине политолог. — Әлбиттә, уларҙың да фекерен иҫәптә тоторға кәрәк. Ул барыһын да конструктив хеҙмәттәшлеккә саҡыра.
Ә. ИЛДУСОВА.