Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау йомғаҡтарына аңлатмаһы06.03.2012
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау йомғаҡтарына аңлатмаһы:
— Башҡортостан Республикаһы һайлаусыларын ҡотларға теләйем. Һайлаусыларҙың 75 проценттан ашыуы Владимир Владимирович Путиндың кандидатураһын яҡлаған.
Башҡортостан граждандары өлгөргәнлеккә сираттағы тапҡыр етди һынау тотто. Буш вәғәҙәләргә алданмай, программаһының аныҡлығы һәм ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙың ысынбарлыҡҡа тап килеүе менән йәлеп иткән кандидат өсөн тауышын биргән һайлаусыларыбыҙҙың сәйәси позицияһы менән ҡәнәғәтмен. Владимир Путин матбуғатта баҫылып сыҡҡан мәҡәләләрендә ил халҡын киләһе тиҫтә йылдарға өҫтөнлөклө үҫеш йүнәлештәре менән таныштыра алды.
Шуныһы күңелгә яҡын: Владимир Путин Рәсәйҙәге сәйәси системаның үҙгәрештәргә мохтаж булыуын яҡшы аңлай. Һуңғы башланғыстарҙың барыһы ла — йәмәғәт берекмәләрен һәм партияларҙы теркәү тәртибен ябайлаштырыу, губернаторҙарҙы һәм муниципаль берәмек башлыҡтарын туранан-тура һайлауға күсеү һ.б. — йәмәғәтселек тарафынан хупланды.
Владимир Путиндың демократияны көнүҙәк бурыстарҙы тормошҡа ашырғанда иң ҡулай алым булараҡ ҡабул итеүе лә мөһим. Граждандар йәмғиәтенең ярҙамына таянып, демократик процедураларҙы файҙаланып ҡына уҙған быуаттың 90-сы йылдары ҡалдыҡтарын, коррупцияны еңеп сығырға, заманса суд системаһын ойошторорға мөмкин, тип асыҡтан-асыҡ әйтә ул.
Владимир Путиндың милли республикаларға мөнәсәбәте Башҡортостан Республикаһы һәм уның күп милләтле халҡы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Федераль проблемаларға ыңғай һәм дөрөҫ мөнәсәбәте, Рәсәй өсөн ошо мөһим мәсьәләлә Үҙәк менән төбәктәрҙең вәкәләттәре тигеҙлегенең әһәмиәтен яҡшы аңлауы Владимир Владимировичты ыңғай яҡтан күрһәтә.
Граждандарыбыҙҙы Путиндың программаһын тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем ижади эшмәкәрлеккә саҡырырға теләйем. Билдәләнгән пландар ысынбарлыҡҡа әүерелһен өсөн беҙ бергәләп эшләргә тейешбеҙ.


Вернуться назад