Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында”ғы Законға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, вәкил республикала эшҡыуарлыҡтың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен дәүләт тарафынан яҡланыуын гарантиялай.
Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге тураһындағы ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индереү, эшҡыуарлыҡты пропагандалау һәм танытыу вәкилдең бурыстары иҫәбенә инә. Шулай уҡ ул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының хоҡуҡтарын тәьмин итеүҙә төбәк һәм халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙа ҡатнашасаҡ.
Юғары һөнәри белемгә, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өлкәһендә эш тәжрибәһе булған 35 йәше тулған Рәсәй гражданы Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары буйынса вәкил итеп тәғәйенләнә ала.
Законға ярашлы, вәкәләттәрен тормошҡа ашырғанда ул бойондороҡһоҙ һәм ниндәй ҙә булһа дәүләт органдарына, урындағы үҙидара органдарына иҫәп-хисап бирергә тейеш түгел.
Башҡортостан Президенты ошо Закон көсөнә ингән көндән алып бер ай эсендә барлыҡ талаптарға яуап биргән Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары буйынса вәкилдең кандидатураһын Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға тәҡдим итә. Ә парламент кандидатураны, 30 көндән дә һуңға ҡалмайынса, вазифаға тәғәйенләү тураһында ҡарар сығара.
Л. ДӘҮЛИЕВА.