Ҡағиҙә боҙоу теркәлмәгән06.03.2012
Халыҡ-ара күҙәтеүселәр Өфөлә һайлау ваҡытында бер ниндәй ҙә тәртип боҙоу осрағын теркәмәгән. Был хаҡта журналистарға “Германияның йәштәр берекмәһе” йәмәғәт ойошмаһы секретары Александр Хамберт хәбәр итте.
Ул үҙе Башҡортостандың баш ҡалаһындағы бер нисә һайлау участкаһында булған. Әйткәндәй, күҙәтеүселәрҙең ҡайҙа барасағын алдан бер кем дә белмәй, тимәк, әҙерләнеп көтөп тормайҙар.
— Минеңсә, республикала һайлау эше һәйбәт ойошторолған һәм дөрөҫ йүнәлештә бара, — тине Хамберт әфәнде.
Сит ил күҙәтеүсеһе билдәләүенсә, етди етешһеҙлектәр теркәлмәһә лә, ул участкаларҙың береһенән журналисты сығарып ебәреүҙәренә шаһит булған. Һайлау комиссияһы ағзалары был турала ҡарарҙы күҙәтеүселәр менән кәңәшләшкәндән һуң ғына ҡабул иткән, хәбәрсегә ҡарата көс ҡулланылмаған, уның үҙ ирке менән китеүен һорағандар. Шулай итеп, ғауғаға юл ҡуйылмаған, закон боҙолмаған.
Александр Хамберт Башҡортостанда эшләүсе башҡа халыҡ-ара күҙәтеүселәр менән дә аралашҡан, уларҙан да дәғүәләр ишетелмәгән.
Башҡортостан һайлау участкаларында ҡуйылған веб-камералар иһә халыҡ-ара күҙәтеүселәрҙә ғәжәпләнеү тойғоһо уятҡан. Александр Хамберт әйтеүенсә, Германияла һайлау ваҡытында бындай техник саралар ҡулланылмай. Уның фекеренсә, камералар һайлауҙың законлы һәм асыҡ шарттарҙа үтеүенә ярҙам итә.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад