Террорсылар ҡорал һалды... һәм аҡланды02.02.2016
Һуңғы биш йыл эсендә Рәсәйҙә террорсылар менән хеҙмәттәшлек итеүҙән 300-ҙән ашыу кеше баш тартҡан. “Улар ҡоралын һалды, элекке иптәштәрен тоторға ярҙам итте һәм язаһын алғандан һуң тыныс тормошҡа яраҡлаша башланы”, – ти Террорға ҡаршы милли комитет вәкилдәре.Һуңғы биш йыл эсендә Рәсәйҙә террорсылар менән хеҙмәттәшлек итеүҙән 300-ҙән ашыу кеше баш тартҡан. “Улар ҡоралын һалды, элекке иптәштәрен тоторға ярҙам итте һәм язаһын алғандан һуң тыныс тормошҡа яраҡлаша башланы”, – ти Террорға ҡаршы милли комитет вәкилдәре.
Законһыҙ ойошторолған ҡораллы төркөмдәргә, шул иҫәптән ИГИЛ-ға ҡушылыуҙан Рәсәйҙең 100-ләп гражданын йолоп алып ҡалғандар. “Яҡшы әҙерләнгән махсус операциялар улар өсөн Сүриә менән Ираҡҡа юлды япты. Террорсылар тарафынан контролдә тотолған биләмәгә хәҙер Истанбул аша үтәләр, сөнки боевиктар яғына оҙатыу системаһы нәҡ Төркиәлә эшләй”, – ти комитет етәксеһе урынбаҫары Евгений Ильин.
Ил эсендә лә террорсыларға әүҙемләшергә бирмәгәндәр. Былтыр был йәһәттән барлыҡ күрһәткестәрҙе түбәнәйтеүгә өлгәшелгән. Ильиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, 2015 йылда Рәсәйҙә бер теракт та булмаған, экстремистарҙың халыҡтың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф менән янаусы енәйәттәре 2,5 тапҡырға кәмегән. Террорға ҡаршы саралар барышында 150 боевик, шул иҫәптән уларҙың 40-лап лидеры юҡ ителгән, ИГИЛ-ға ҡушылған 26 ҡораллы төркөм башлыҡтарының 20-һе язаһын алған.
Әйткәндәй, 2006 йылда иғлан ителгән амнистия һөҙөмтәһендә законһыҙ ҡораллы төркөмдәрҙең 750-нән ашыу ағзаһы енәйәтсел эшмәкәрлегенән баш тартҡан.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстан студенттары халыҡты ИГИЛ террорсылар төркөмөнә ылыҡтырыусыларҙы тотоу маҡсатында халыҡ-ара йәштәр интернет-дружинаһын булдырырға килеште. Уларҙың фекеренсә, экстремистик ойошма вәкилдәренең пропагандаһына ҡаршы баҫма мәғлүмәт таратыу, ҡәҙимге сайттар ярҙамында ғына көрәшеү мөмкин түгел.
Студенттар социаль селтәрҙәрҙә Ислам дине нигеҙҙәре буйынса мәғрифәтселек эшен киң йәйелдерергә, йәғни халыҡты аҡты ҡаранан айырырға өйрәтергә теләй. “Террорсылар төркөмөн айырыуса физик яҡтан көслө, техник белемле йәштәр ҡыҙыҡһындыра, сөнки ҡорал тотоу менән бергә ИГИЛ-ды пропагандалау өсөн махсус программалар, сайттар ҙа эшләргә тура килә, – ти улар. – Беҙ иһә енәйәтселәргә ҡаршы барлыҡ көстө тупларға тейешбеҙ”.