Ишеттегеҙме, АҠШ сәйәсмәндәре Рәсәй етәксеһен ришүәтселектә ғәйепләй! Нимә-нимә, ә ошоғаса бер дәүләт башлығына ла ундай мәғәнәһеҙ, оятһыҙ рәүештә ғәйеп ташлағандары юҡ ине әле. Һәр төрлө санкцияларға, эмбарголарға һәм башҡа ҡаршылыҡтарға һынмаған, киреһенсә, һуңғы йылдарҙа донъяның сәйәси аренаһында үҙ урынын, үҙ йөҙөн тапҡан Рәсәйгә яуап һүҙе булдымы был, әллә халыҡ алдында ил етәксеһенең абруйын төшөрөп, беҙҙә лә Афғанстан, Ираҡ, Ливия йә Югославиялағы ише мәхшәрҙе күрергә теләнеләрме – билдәһеҙ. Нисек кенә булмаһын, беҙҙә халыҡ аҡыллы, үҙҙәрен сәйәсәттән йыраҡ тип һанағандар ҙа хәл-ваҡиғаларҙың айышын белеп тора. Мәғлүмәт уйынсыҡ түгел“Мәғлүмәт һуғышы”, тиҙәр американдар ҡулланған әлеге алымды. Атом бомбаһынан да дәһшәтлерәк ҡорал... Юҡҡа ғына “Кешене бер һүҙ менән үлтереп тә, терелтеп тә була” тимәгән халыҡ. Бында ла шулайыраҡ килеп сыға.
Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа мәғлүмәт менән асыҡтан-асыҡ уйнаусылар күбәйҙе. Көнбайышта – бигерәк тә Рәсәйгә ҡаршы. Ышаныслы аҙымдарыбыҙ, аныҡ позициябыҙ оҡшап етмәй, күрәһең. Хәлдәренән килһә, бар яманлыҡты, яуызлыҡты илебеҙгә япһарырҙар ине. Хәйер, әле лә буш ҡалмайҙар. Башта санкцияларға өмөт иткәйнеләр, әлбиттә. Йәнәһе, сикләүҙәр Рәсәйҙең иҡтисадын ҡаҡшатасаҡ, көрсөккә алып барып терәйәсәк. Уйлағандары тормошҡа ашманы. Беҙҙекеләр, киреһенсә, һынауҙарҙы үҫешкә мөмкинлек тип ҡабул итте: ауыл хужалығы етештереүселәренә баҙарға киң юл асылды, эшҡыуарҙарҙың үҙ-ара теләктәшлеге артты. Бөгөн иһә үҙебеҙҙекен булдырырға, тәҡдим итергә өйрәнәбеҙ.
Көрсөккә килгәндә, бар донъя шаулағанда ундай ғына ауырлыҡ булыр инде ул. Һәр хәлдә, бөгөн беҙҙә халыҡ насар йәшәй тип әйтеп булмай — эш хаҡын ваҡытында алабыҙ, өҫ-башыбыҙ бөтөн, ҡаты-ҡото ашамайбыҙ. Әҙерәк кенә тырышҡанда хатта аҡса эшләү юлдары ла сығып тора. Шул уҡ баҡсасылыҡ, малсылыҡ, умартасылыҡ... Һәр хәлдә, ауыл ерендәгеләрҙең көрсөк хаҡында уйларға ваҡыты ла юҡ кеүек. Алыҫ йөрөйһө түгел, был аҙнала ауылға ҡайттым. Әсәйемдәрҙең һыйыры быҙаулаған, һарығы бәрәсләгән... бына-бына бесәйҙәре балаларға йөрөй. Мәж килеп донъя көтәләр. Беҙ көнө-төнө көрсөк, доллар тип шау ҡуптарған ығы-зығының шауҡымы ла һиҙелмәй. Сит планетаға барып эләккәнменме ни. Шундай һиллек һәм тыныслыҡ. Үҙем өсөн көрсөккә ҡаршы көрәштең бер алымын асҡандай булдым. Ул да булһа – хеҙмәт...
Ҡыҫҡаһы, санкцияларға бирешмәнек. Хатта яуабын да таптыҡ – үҙебеҙ санкциялар иғлан иттек. Быныһын, әлбиттә, толерант Рәсәй тарафынан берәү ҙә көтмәгәйне. Һөҙөмтәлә әлеге “һуғыш” башҡасараҡ йүнәлеш алды. Украина халҡына ватандаштарыбыҙ оҙатҡан гуманитар йөк араһынан ҡорал эҙләнеләр, Малайзия “Боинг”ының һәләкәтендә лә беҙҙекеләрҙе ғәйепләп маташтылар, хатта террористар менән бәйләнеш тоталар тип яла яҡтылар... Яҡшылыҡ теләүҙән түгел, әлбиттә.
Иран миҫалын да алып ҡарайыҡ. Яңыраҡ АҠШ менән Европа союзы был дәүләткә ҡарата ҡабул иткән ҡайһы бер санкцияларын ғәмәлдән сығарҙы. Ҡалғандары алдағы һигеҙ йыл дауамында үҙ көсөндә ҡаласаҡ. Әлегә Иранға сит ил банктарында ятҡан 100 миллиард долларын алыу мөмкинлеге асылды һәм көнөнә ярты миллион баррель нефтте экспортларға рөхсәт ителде. Шул уҡ ваҡытта был сәйәсәттең ике яҡлы булыуы ла ихтимал. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: санкцияларҙың бөтөрөлөүе арҡаһында Ирандың углеводород сеймалы донъя баҙарына күпләп сығарыла башлаһа, беҙҙең “ҡара алтын”дың хаҡы түбәнерәк төшөүе мөмкин... Һәм бөгөн килеп ил башлығын ришүәтселектә ғәйепләйҙәр...
Ирекһеҙҙән хатта АҠШ-тың элекке Үҙәк разведка идаралығы етәкселәренең береһе Аллен Даллестың Икенсе донъя һуғышы бөткәндә әйткәндәре иҫкә төшә: “Һуғыш тамамланыр, бөтәһе лә тынысланыр. Һәм беҙ барлыҡ алтыныбыҙҙы, матди көсөбөҙҙө кешеләрҙе ахмаҡландырыуға йүнәлтербеҙ. Кешенең мейеһе, аңы үҙгәрештәргә тиҙ бирешә. Шунда тынғыһыҙлыҡ сәсеп, һиҙҙермәйсә генә уларҙың ҡиммәттәрен ялғанға алмаштырырбыҙ ҙа шуларға ышанырға, табынырға мәжбүр итербеҙ. Шулай яйлап ҡына баш эймәҫ халыҡты юҡ итеү фажиғәһе башланасаҡ...”
Ҡара икән – ҡара, аҡ икән – аҡУйлағаныбыҙҙы әйтеп, фекерҙәребеҙҙе туранан-тура еткереп өйрәнгәнбеҙ. Ҡара икән – ҡара, аҡ икән – аҡ. “Тураһын әйткән туғанына ярамаған” тигәндәй, беҙҙең позицияны ла күптәр ҡабул итә алманы. “Ни ҡылғанығыҙҙы хәҙер аңлайһығыҙмы?” Ошонан башланды буғай бар ығы-зығы. Хәйер, бәлки, кемдер алдараҡ та тойомлаған булғандыр. Президентыбыҙҙың нәҡ ошо һүҙҙәренән һуң әлеге сәйәси системаға шикләнеп ҡараусылар артты. Бөгөн иһә был ҡанундарҙың һөҙөмтәһен Евросоюз үҙендә кисерә: миллионлаған ҡасаҡ ағыла, енәйәтселек, һуғыш ҡорбандары, терроризм...
Толерантлыҡ менән генә дәүләтте һаҡлап ҡалып булмай икән – урыны менән уҫал, ҡырыҫ, хатта яуыз да булырға кәрәк. Әгәр көпә-көндөҙ ситтән килгән әҙәмдәр илеңдең граждандарын мыҫҡыл итә, шул уҡ ваҡытта урындағы полиция бер ни ҡыла алмай икән, кәрәкме ул толерантлыҡ, дипломатик ҡанундар?.. Беҙгә лә килде ул ҡасаҡтар. Шул уҡ Украинанан, башҡа тарафтарҙан. Әлбиттә, миллионлап түгел. Әммә һәр ҡайһыһы өсөн Рәсәйҙә йәшәү урыны ла, ашы ла, эше лә табылды. Бәлки, Европа союзындағы ише беҙҙә мигранттарға өҫтәмә түләү, ташламалар, бушлай йәшәү урыны ҡаралмағандыр. Тик илебеҙҙә бер ҡасаҡтың да пикетҡа сығып, ҡатындарға ташланып йөрөгәнен ишеткән юҡ. Тимәк, ил етәксеһе әлеге системаның өҙлөкһөҙлөгөн тәьмин итә белә, халыҡтың тын алышын тоя, сәйәсәтте уйын түгел тип ҡабул итә. Ә быларҙы ғәмәлгә ашырыр өсөн кемгәлер ришүәт биреү йә бүләк алыу кәрәкме? Етмәһә, ил башлығына...
Бөгөнгө сәйәси тормошто күҙәтеп барһаң, баш әйләнеп китә. Ҡайҙалыр – һуғыш, ҡан-ҡойош, икенсе урында – аслыҡ, яланғаслыҡ, бер ерҙә – санкциялар, тегендә – алдау һәм яла яғыу... Әлдә генә үҙебеҙҙә тыныс. Драматург Сөләймән Латиповтың пьесаһын иҫкә төшөрөп, “Көнләш, Америка, көнләш!” тип әйтке килеп китә хатта. Эйе, иҡтисади ауырлыҡтарға ла, ҡиммәтселеккә лә түҙергә була, ил-йортобоҙ ғына имен торһон. Донъялар боларып китә ҡалһа, ришүәт биреп тә ҡотола алмаҫһың...