Хистәр самаһыҙ урғыла03.03.2012
Һайлау көнө яҡынлашҡан һайын хис-тойғолар самаһыҙ урғыла, көсөргәнеш арта бара, хатта республикала бығаса ишетелмәгән хулиганлыҡ осраҡтарының шаһиты булырға ла тура килә. Мәҫәлән, күптән түгел Өфөлә агитаторҙарҙы туҡмап киттеләр.
— Һайлау алдынан ваҡиғаларҙың ҡуйырыуы, низағтарҙың тыуыуы — ғәҙәти хәл. Был юлы дәғүәсе партияларҙың береһе бысраҡ алымдар ҡулланыуы менән айырыла. Власть өсөн намыҫын юғалтыусы, алдашыуға барыусы, йәмғиәттең тыныслығын боҙорға тырышыусы кешеләрҙән бер нисек тә яҡшылыҡ өмөт итеп булмай. Аҫтыртын юл менән етәкселек эшенә килеүселәр халыҡҡа нисек хеҙмәт итер, нимә һөйләр? — тине был турала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов февралдә "Вся Уфа" телеканалы ойошторған тура эфирҙа.
Тағы ла баш ҡалалағы Дим районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесенең машинаһы тәгәрмәсен тишеп китеүҙәре хаҡында хәбәр таралды, ә кисә төндә билдәһеҙ кешеләр Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте бинаһына шартлатҡыс тултырылған шешә ташлаған.
Бындай баш-баштаҡлыҡтан халыҡ та, власҡа ынтылыусы бәғзе берәүҙәр ҙә отмай. Хулиганлыҡ, киреһенсә, ытырғаныс ҡына тыуҙыра.
Н. РАФИҠОВА.


Вернуться назад