Йәкшәмбелә судтар эшләйәсәк03.03.2012
Рәсәй Федерацияһы Президентын һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарын һайлау менән бәйле 4 март республика судтарында ҡәҙимге эш көнө буласаҡ, тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Юғары судының матбуғат секретары Елена Макушина.
Юғары судта, район һәм ҡала судтарында судьяларҙың дежурлығы ойоштороласаҡ.
— Рәсәй Гражданлыҡ-процессуаль кодексының 260-сы статьяһына ярашлы, тауыш биргәнгә тиклем бер көн алдан, тауыш биреү көнөндә йәки иртәгәһенә килгән ғариза кисекмәҫтән ҡарала. Әгәр ундағы факттар өҫтәмә тикшереү талап итһә, ғариза килгән көнөнән алып ун көндән дә һуңға ҡалмайынса ҡаралырға, мәсьәлә хәл ителергә тейеш, — тине Елена Макушина. — Һайлаусылар йәки референдумда ҡатнашыусыларҙың исемлектәрендәге хаталар тураһындағы белдереүҙәр һайлау көнөндә үк ҡарала.
Ольга МОРТАЗИНА.


Вернуться назад