Бассейндар арта03.03.2012
Һуңғы арала республикала бассейндар һәм башҡа спорт комплекстары күпләп сафҡа инә. Әле яңы ғына улар баш ҡалалағы юғары уҡыу йорттарының береһендә, артабан Бөрөлә асылғайны, ә кисә иглиндар ошондай бәхет кисерҙе. Район үҙәгендә “Дельфин” тип аталған бассейнды асыу тантанаһы булды. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, был бассейнды төҙөү оҙаҡҡараҡ һуҙылып киткән, уға нигеҙ 2008 йылда уҡ һалына. Республика бюджетынан төҙөлөшкә 54 миллион һум аҡса сарыф ителгән. Ике ҡатлы бинаның тәүгеһендә 25 метр оҙонлоғондағы һәм балалар өсөн 10 метрлыҡ бассейндар, сауна, душ, шәфҡәт туташы бүлмәләре бар. Икенсе ҡатта тренажер залы, фитобар, административ бүлмәләр урынлашҡан.
Рөстәм Хәмитов Иглин ауылы халҡын яңы бассейн менән ҡотланы.
— Махсус рәүештә спорт формаһында килдем, сөнки үҙем дә спортты бик яратам. Әле асылған бассейн Иглин ауылы һәм районы халҡына спорт менән шөғөлләнеүгә яҡшы ярҙамсы булырына ышанам, — тине республика Президенты.
Рөстәм Хәмитов бассейнға килгән спортсы балалар менән аралашты, тәүге йөҙөүселәргә старт бирҙе.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад