Һайлау алды көрәше ҡыҙа02.03.2012
"Ғәҙел Рәсәй" партияһы инициативаһы буйынса ЛДПР-ҙан Өфө ҡала Советына депутатлыҡҡа кандидат Олег Ротов теркәүҙән төшөрөлдө. Күрәһең, был хәлде либерал-демократтар бик ауыр ҡабул иткән. Күптә үтмәй, улар "эсер"ҙарға яуап итеп, Башҡортостан Юғары судына дәғүә ғаризаһы менән мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Юғары суды ҡарары менән бер мандатлы округ буйынса "Ғәҙел Рәсәй" партияһынан Өфө ҡала советына депутатлыҡҡа күрһәтелгән 10 кандидат теркәү исемлегенән алынды. Был хәлгә ҡарата ЛДПР-ҙың төбәк бүлексәһе етәксеһе Иван Сухарев бына нимә ти:
– Беҙҙең партия һәр ваҡыт ғәҙел һайлау яҡлы булды, дәғүәселәребеҙгә ҡарата мәкерле эш алып барманыҡ. Әммә "Ғәҙел Рәсәй" башҡаса эш итергә булды. Беҙ бер ваҡытта ла башҡа партиялар менән судлашырға йыйынманыҡ. Беҙ ҙә бит юристар, үҙебеҙҙең хоҡуғыбыҙҙы яҡлай алабыҙ.
Иван Сухарев һайлауҙың һөҙөмтәһенә судтарҙа түгел, ә һайлаусыларҙың ышанысын яулау аша ирешергә кәрәк тип иҫәпләй.
Шул уҡ ваҡытта Өфө ҡала Советына һайлау алды көрәше "ҡыҙғандан-ҡыҙа". Тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәре КПРФ-тан үҙен-үҙе тәҡдим иткән кандидат Павел Васильевҡа ҡаршы листовка таратҡан ике ҡыҙҙы тота. Тикшергәс, уларҙың "Ғәҙел Рәсәй"ҙән депутатлыҡҡа кандидат Юлиә Заһитованың һеңлеләре булыуы асыҡлана. Йәнә "Трамплин" туҡталышында билдәһеҙ әҙәмдәр яҡындағы йорттарҙың почта йәшниктәренән кандидат Андрей Борисовтың листовкаларын яндыра. Уның ярҙамсылары был күренеште фотоға төшөрөп йөрөгәндә, уларҙы туҡмарға уйлай. Һуғыш суҡмарҙарының "Ғәҙел Рәсәй" партияһының кешеләре булыуы мөмкин.
Йәнә бер мәғлүмәт: Ленин районы буйынса депутатлыҡҡа кандидат Любовь Белышева ("Ғәҙел Рәсәй"-ҙән) агитацияға бәлиғ булмағандарҙы йәлип иткән. Балалар листовка таратҡан, ә был тыйыла.
Фаил Ҡылысбаев


Вернуться назад