2012 йылдың 4 мартында ил Президентын һайлау буласаҡ. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы исеменән кандидат итеп Владимир Путин күрһәтелде. Был хаҡта уҙған ял көндәрендә Мәскәүҙә үткән партия съезының икенсе этабында билдәле булды.
— Рәсәйгә аҡыллы һәм көслө етәксе кәрәк. Ул беҙҙең граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡларға ғына түгел, бурыстары тураһында ла иҫтәренә төшөрөргә тейеш. Ундай кеше беҙҙә бар. Ул — Владимир Путин, — тине Рәсәйҙең халыҡ артисы, кинорежиссер Станислав Говорухин.
Владимир Путиндың кандидатураһын шулай уҡ Бөтә Рәсәй “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы, Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронты вәкилдәре, улар араһындағы күп балалы әсәләр, эшселәр һәм көс структуралары вәкилдәре хупланы.
Ил Президенты Дмитрий Медведев:
— Бөгөн беҙ минең тәҡдим буйынса ил Президенты вазифаһына Владимир Путиндың кандидатураһын раҫлайбыҙ. Ошоноң менән рәсми рәүештә ҡыҫҡа ваҡытҡа түгел, ә киләсәккә ҡарап эшләнгән үҙебеҙҙең сәйәси стратегиябыҙҙы белдерәбеҙ. Исемдәр әйтелде, программа әҙер, Дәүләт Думаһына депутаттар һәм ил Президентын һайлау көндәре билдәле. Хәҙер халыҡ беҙҙең пландарға баһа бирә аласаҡ. Һайлаусылар ғына ниндәй сәйәсмәндең ышанысҡа лайыҡлы булыуын хәл итә, — тине.
Владимир Путин һайлауҙа үҙенең кандидатураһын күрһәтеү тәҡдимен ҡабул итте. Уның билдәләүенсә, Дәүләт Думаһына, президентлыҡҡа һайлауҙар илдә федераль властың яңырыуына килтерәсәк.
— Һуңғы ун йылда илде бөтә яҡлап та нығытыу һәм уның даими үҫеше өсөн бик күп эшләнде. Хәҙер беҙҙең алда төп бурыс — ошо нигеҙҙә көслө һәм ҡеүәтле ил, XXI быуат Рәсәйен төҙөү тора! — тине Владимир Путин.
Кандидатураны съезд делегаттары йәшерен тауыш биреү һөҙөмтәһендә дәррәү хупланы, ҡаршы килеүселәр булманы.
Миләүшә ЯҠУПОВА.