«Баш ҡаланың үҙәктән йыраҡ урынлашҡан биҫтәләрендә йәшәүселәр үҙҙәрен ситләтелгән, власть тарафынан онотолған итеп тоя. Улар өсөн уңайлы юлдар һалыу, йәмәғәт транспорты маршруттары, дауахана, мәғариф усаҡтары асыу мөһим», — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө халҡы менән Владимир Путиндың йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендәге аралашыуында.
Республика башлығына беренсе булып Өфө районының Урыҫ Юрмашы ауылынан уҡытыусы Татьяна Зинова мөрәжәғәт итте. Ул үҙе йәшәгән биләмә янында зыярат, крематорий, көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны булдырырға йыйыныуҙары хаҡында ишеткән һәм ауылдаштары исеменән борсолоу белдерә. «Бындай объекттар ҡалаға бик ныҡ кәрәк, әммә мәсьәләне бәғзе берәүҙәрҙең хоҡуҡтарын сикләү иҫәбенә хәл итергә ярамай, — тине Рөстәм Зәки улы. — Төп маҡсат проблеманы нисек етте шулай яйға һалыу түгел, ә дөрөҫ, уйлап эш итеү булырға тейеш. Полигонға килгәндә, ҡалдыҡтарҙы сеймалға әйләндереү буйынса заманса ысулдар эҙләнә, Япония ойошмаларынан тәҡдим дә бар. Ҡабалан яһалған ҡарарҙар булмаясаҡ. Урындағы халыҡтың мәнфәғәте менән яраштырмайынса, бер ни ҙә төҙөмәйәсәктәр, ҡурҡмағыҙ. Барыһын да контролгә алам, яуаплы кешеләргә, министрҙарға күрһәтмә бирәм».
Пенсионер Галина Костырева Шакша биҫтәһендә бер нисә йыл элек төпләнгән. Ул микрорайонда һәйбәт юл, тротуарҙар, ҡала үҙәгенә мәшәҡәтһеҙ барып әйләнерлек даими автобус маршруты булмауы, поликлиниканың да халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәүе тураһында һөйләне. «Дәүләт милкендәге йәмәғәт транспорты хаҡында һүҙ барғанда пассажирҙар ташыуҙың төшөмлөмө-юҡмы икәнлеген тикшереү урынһыҙ, — тине Президент. — Халыҡҡа кәрәк булғас, ул йөрөргә тейеш. Юл, дауахана һәм башҡаһы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Ҡала властарынан тиҙ арала Шакшаны үҫтереү буйынса йөкмәткеле план төҙөүҙе талап итәсәкбеҙ».
Дим биҫтәһенән Екатерина менән Андрей Малышенколар һүҙен үҙҙәре йәшәгән яҡта төҙөлөүсе күпер өсөн республика етәксеһенә рәхмәт әйтеүҙән башланы. Уларҙы микрорайонда торлаҡтың күпләп һалыныуы, шул уҡ ваҡытта социаль, мәҙәни объекттарҙың етешмәүе мәсьәләһе борсой икән. Рөстәм Зәки улы алдағы йылдарҙа Димдә физкультура-һауыҡтырыу комплексы, бассейн, балалар баҡсаһы кеүек яңы биналар ҡалҡып сығасағын, кинотеатрҙың яңыртыласағын хәбәр итте. «Етешһеҙлектәр бихисап, был — урындағы етәкселәрҙең үҙ бурысына еңел-елпе ҡарауы һөҙөмтәһе», — тине ул.
Сипайловонан Мария Иванова иптәштәре менән йәшелләндереү акцияһы ойошторорға һәм Өфөлә 10 мең ағас үҫентеһе ултыртырға теләүен белдерҙе, Президенттан фатиха һораны. «Ҡаланың барыһына ла уңайлы, күркәм, ҡунаҡтар өсөн ылыҡтырғыс булыуы мөһим. Етәкселәргә шундай талап ҡуям: изге ниәттәге кешеләрҙе ситкә типмәгеҙ, яҡшы башланғыстарҙы хуплағыҙ, ярҙам итегеҙ. Улар һеҙҙең менән хеҙмәттәшлеккә әҙер булырға тейеш», — тине Рөстәм Зәки улы һәм ағас ултыртыуҙа шәхсән ҡатнашасағын белдерҙе.
Рөстәм Хәмитов һәр һорауҙы ентекле тыңлағандан һуң урында уҡ Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарҙарына, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығына күрһәтмәләр бирҙе, ҡайһы бер етәкселәр менән телефон аша һөйләште. Бер мөрәжәғәт тә һөҙөмтәһеҙ ҡалмаясаҡ, республика етәксеһенең шәхси иғтибарында буласаҡ.
Даян МӘЖИТОВ