Почтанан да күҙәтергә мөмкин02.03.2012
Рәсәй Президентын һайлағанда һайлау участкаларынан веб-тапшырыуҙы илдең почта бүлексәләрендә лә күҙәтергә мөмкин.
Рәсәй почтаһы етәкселеге 4 мартта теләгәндәр өсөн һайлау барышын коллектив ҡарау пункттары асырға ҡарар иткән. Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, ошондай пункттар эшләгән бөтөн почта бүлексәләре иртәнге 8-ҙән 22 сәғәткә тиклем асыҡ буласаҡ. Барлыҡ граждандар, хатта йортонда Интернет селтәре булмағандар ҙа тауыш биреү барышын on-line режимында күҙәтеү мөмкинлеген аласаҡ.
Рәсәй почтаһында барлығы 24 меңдән ашыу коллектив ҡарау пункты бар. Башҡортостан Республикаһындағы меңдән ашыу пункт һайлау барышын күҙәтергә теләгәндәрҙе ҡаршы алырға әҙер.
Һайлау участкаларында видеокүҙәтеү ил Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путиндың тәҡдиме буйынса ойошторола. Граждандарҙың һайлауға ышанысын арттырыу, тауыш биреү һәм уларҙы иҫәпләүҙең мөмкин тиклем асыҡ булыуын тәьмин итеү маҡсатында веб-тапшырыу бөтөн һайлау участкаларынан алып барыласаҡ. Был иһә һайлау барышында мутлашыуға юл ҡуймау мөмкинлеген бирәсәк.
И. АСҠАРОВ.


Вернуться назад