1 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһынан, Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһынан һәм “Ғәҙел Рәсәй”ҙән “Ҡалабыҙ командаһы”на ҡушылған Өфө ҡала Советына депутатлыҡҡа кандидаттар менән осрашты. Сара барышында һайлауға әҙерлек мәсьәләләре һәм киләсәккә пландар тикшерелде. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар, партияларҙың ҡараштарындағы айырмалыҡтар Өфө халҡына файҙа килтереүгә йүнәлтелгән көндәлек эштә ҡамасауларға тейеш түгел, тигән уртаҡ фекергә килде.
Л. ДӘҮЛИЕВА.