Киләһе йылдың 18 сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы һайлана. Уға әҙерлек эштәре әле үк ҡыҙа башланы. Тәжрибәле сәйәсмәндәр “иртәрәк сәсһәң, күберәк урырһың” тигән хәҡиҡәтте яҡшы белә. Илдең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуровтың күптән түгел Өфөлә ошо сараны ойоштороусылар менән осрашыуы тураһында гәзиттә хәбәр иткәйнек инде. Тиҙ үҙгәрә барған сәйәси һәм иҡтисади шарттарҙа был һайлау нисек үткәрелер?Тәүҙә һайлау билдәләнгән дата тураһында. Бынан алдағы саҡырылыш 2011 йылдың 4 декабрендә барлыҡҡа килгәйне. Быйыл сентябрҙә уҙғарылған Берҙәм һайлау көнө сараны алдағы йылдың да ошо уҡ айында ойоштороу ҡулайлыраҡ булыуын күрһәтте. Сығымдар яғынан да, ойоштороу мәсьәләләре буйынса ла. Халҡы ифрат күп һәм майҙаны үтә ҙур булған илдә бындай сәйәси ваҡиғаны бер көндә үткәрерлек итеп ойоштороу еңел бирелмәй, әлбиттә. Был бит байрам тантанаһы түгел, ә һәр төрлө исемлектәр төҙөүҙән алып хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепләргә генә торған ҡайһы бер сәйәсмәндәргә ҡаршы “көрәшеүгә” хәтлем мәшәҡәттәрҙе үҙ эсенә алған киң ҡоласлы һәм бик ҡатмарлы кампания. “Демократия – ул бай илдәрҙең эше”, тип политологтар юҡҡа ғына әйтмәй: бындай ҙур сараны үткәреүгә сығым аҙ китмәй. Һайлауҙы декабрҙән сентябргә күсереү (һүҙ 2016 йыл тураһында бара), Дәүләт Думаһы спикеры Сергей Нарышкин аңлатыуынса, бюджетты яңы составтағы парламент аша ҡабул итеү өсөн дә башҡарылды, сөнки ҡаҙнаның үтәлешен дә ошо уҡ депутаттар күҙәтеү аҫтында тотһа, был маҡсатҡа ярашлыраҡ буласаҡ. “Левада-үҙәк” директоры, аналитик Лев Гудков иҫәпләүенсә, һайлауҙы ике айға алғараҡ күсереү ил парламентына ҡайһы көстәрҙең күберәк үтеү ихтималлығына бөтөнләй тиерлек йоғонто яһамаясаҡ.
Киләһе йылғы һайлауҙың әһәмиәтен аңлау өсөн уны биш йыл элек үткәне менән сағыштырыу урынлы булыр, моғайын. 2011 йылда илебеҙҙең иң юғары закондар сығарыу органына 450 депутат пропорциональ система (мандаттар, барлыҡ тауыштар һанына ҡарап, кандидаттар исемлектәре буйынса пропорциональ рәүештә бүленә) тәүге тапҡыр биш йыллыҡ осорға һайланды. Башҡортостанда был ваҡытта 3 миллион 74 мең һайлаусы теркәлгәйне, тауыш биреүҙә шуның 79,3 проценты ҡатнашты. Сағыштырыу өсөн: Иркутск өлкәһендә был күрһәткес 47,2 % ҡына тәшкил итте. Ә Рәсәй буйынса һайлаусылар һаны биш йыл элек 109 миллион кешенән ашыу, ә илдән ситтә йәшәүсе граждандар менән бергә 111 миллиондан артығыраҡ ине. Сарала ҡатнашыу кимәле 60,2% булды. Дәүләт Думаһына үтеү өсөн сәйәси партияларға кәмендә етешәр процент тауыш алырға кәрәк ине. Һөҙөмтәлә V саҡырылыш парламентында булған дүрт партия – “Берҙәм Рәсәй”, ЛДПР, КПРФ, “Ғәҙел Рәсәй” – алтынсыһында ла тороп ҡала алды, ҡалған партияларҙың береһе лә үтмәне (һайлау йомғаҡтары буйынса мандаттарҙың нисек бүленеүен диаграммала ҡарарға мөмкин). Кандидаттар араһында йыллыҡ килеме 10 миллион һумдан ашып киткән дәғүәселәр ҙә байтаҡ ине. Ундай саҡта кемдер: “Власҡа байҙар ынтыла”, – тип һуҡрана, ләкин үҙ йүнәлешендә ҙур уңышҡа өлгәшкән кеше генә ил күләмендә лә һөҙөмтәле эшләргә һәләтлелер, бәлки?
Киләһе көҙ 225 урынды сәйәси фирҡәләр исемлектәренә ярашлы, ә ҡалған 225-ен бер мандатлы округтар буйынса яуларға мөмкин, йәғни һайлау хәҙер пропорциональ һәм мажоритар (ҡатнаш) системалар нигеҙендә үткәреләсәк. Уларҙың асылы шунда: тәүгеһе буйынса Рәсәй парламентына эләгеү өсөн теләһә ниндәй фирҡәгә кәмендә 5 % тауышҡа эйә булырға кәрәк, ә икенсе система “айырым мандатлыларҙан” үҙ округында күпселек тауыш йыйыуҙы талап итә.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының Юғары советы ағзаһы политолог Юрий Орлов әйтеүенсә, мажоритар округтар буйынса ошо фирҡә кандидаттарының 70 проценты самаһы яңы кешеләр буласаҡ, ә исемлек буйынса дәғүәселәр артабан фирҡәнең парламенттағы фракцияһын яртылаш яңыртырлыҡ итеп һайлап алынасаҡ. Был партия махсус ойошторған аналитика үҙәге әлеге мәлдә урындарҙа һөнәри һәм социаль эшмәкәрлеге менән ыңғай яҡтан айырылып торған кешеләрҙе иғтибар үҙәгенән ысҡындырмаҫҡа тырыша, артабан уларҙың иң яҡшылары кандидаттар исемлегенә инеүгә өмөт итә ала. Һүҙ нигеҙҙә йәштәр тураһында бара. Тимәк, яҡын арала беҙ уларҙың шаян теллеләр “промоушн” тип атаған эшмәкәрлеген, йәғни һәр төрлө сараларҙағы әүҙемлеген күҙәтә аласаҡбыҙ. Хәйер, уларҙы әле үк шәйләргә мөмкинлек бар. Әммә, партияның аналитиктары белдереүенсә, шул уҡ кешеләр мотлаҡ исемлеккә индерелә тигәнде аңлатмай, ышанысты аҡлай алмаған хәлдә улар тиҙ генә алмаштырыласаҡ. Кемгә-кемгә, ә был ҙур һәм көслө партияға ундайҙарҙы табып тороу ҡыйын түгелдер, моғайын.
Был осраҡта быйылғы 13 сентябрҙә үткән төрлө кимәлдәр буйынса һайлау барышы һәм уның һөҙөмтәләре ҙур әһәмиәткә эйә. Уның теүәл бер йылдан һуң уҙғарыласаҡ “ҙур” һайлауҙарға генераль репетиция икәнлегенә берәү ҙә шикләнмәне. Рәсәй Федерацияһының 85 субъектының 83-өндә (Ҡабарҙа-Балҡар менән Төньяҡ Осетия республикаларынан башҡа) уҙған был һайлау ошоға саҡлы булған саралар араһында рекорд ҡуйҙы: унда Рәсәй буйынса 200 меңдән ашыу кандидат күрһәтелде, шуларҙың 190 мең самаһы теркәү үтте, төбәк башлыҡтары вазифаларына һәм урындағы парламенттарға, үҙидара органдарына 10 меңдән ашыу кеше һайланды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының лидеры, ил Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев ошо кампаниянан һуң партияның сайтында: “Һайлау юғары конкурентлыҡ шарттарында үтте һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәктәрҙәге ысын йоғонтоһон, һайлаусыларҙың кемгә өҫтөнлөк биреүен асыҡ күрһәтте”, – тип белдерҙе.
Һайлау кампанияһын ойоштороусылар алдында сығыш яһағанда, Владимир Чуров әлеге осрашыу барышында төп иғтибарҙы методик күрһәтмәләрҙе үтәүгә йүнәлтергә ҡушты. “Көн һайын икешәр-өсәр бит уҡып булһа ла был күрһәтмәләрҙе тулыһынса үҙләштереүҙе талап итәм, һәр төрлө аңлашылмаусанлыҡтар ҡағиҙәне белмәү арҡаһында килеп сыға”, – тине ул һайлау комиссиялары вәкилдәренә. Бер юлы ул йыш осраған хаталарҙы ла телгә алды. Мәҫәлән, ҡултамғаларҙың төп нөсхәләргә тура килеү-килмәүен эске эштәр органдарына тикшереүгә ебәргәндә көндәлек ығы-зығы арҡаһында кандидаттарҙың үҙҙәрен был турала иҫкәртергә оноталар. Һөҙөмтәлә “Һайлау комиссиялары исемлектәрҙе үҙгәртә” тигән сираттағы дәғүә тыуа.
Бындай хәлдәр донъяның һәр иленә, һәр һайлау кампанияһына хас. Демократик һайлау системаһы буйынса сағыштырмаса аҙ тәжрибәгә эйә булған Рәсәйҙә киң ҡоласлы һәм ҡатмарлы саралар үткәрелгән һайын ҡануниәт тә, уны үтәү кимәле лә камиллаша бара, ләкин был эштә власть ҡына түгел, халыҡ та әүҙем ҡатнашырға бурыслы. Юғиһә кемделер ғәйепләү мәғәнәһеҙ булып сығасаҡ. Һайлау ҡануниәтен боҙоу ҙа ике яҡлы: Владимир Евгеньевич тауыш биреү көнөнә хәтлем үк айырым фатирҙарҙа “һайлауҙағы боҙоҡлоҡтар” тураһында “йәшерен репортаж” әҙерләп, Интернетҡа ҡуя башлау осраҡтары булыуын билдәләне. “Һайлау комиссияларында район хакимиәте башлыҡтары йәки уларҙың урынбаҫарҙары бөтөнләй ҡатнашырға тейеш түгел, сөнки халыҡ бындай саҡта һайлау кампанияһына административ ресурс бирелгән тип аңлаясаҡ”, – тип киҫәтте федераль комиссия рәйесе.
Ҡануниәт үҙе лә тормошта ҡулланылыу буйынса тәжрибә туплай бара. Был эш һис еңел бирелмәй. “Беҙҙең Һайлау кодексы донъяла иң ҡалынылыр, моғайын. Һәм был “китап”ҡа яңынан-яңы статьялар өҫтәлә бара! Бер заман Францияныҡы ҡулыма килеп эләккәйне – ул йоп-йоҡа ғына”, – тигәйне бер саҡ Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ошо ҡануниәтте үҙгәртеү тураһында һүҙ сыҡҡанда.
–Тейешенсә эшләмәгән кешеләрҙе комиссия составынан сығарырға кәрәклеге аңлашыла ла ул, тик уны ғәмәлдә нисек тормошҡа ашырырға? – тип һораны Владимир Чуровтан республика райондарының береһенән килгән һайлау комиссияһы рәйесе. – Суд тупһаһын тапай башлаһаң, һайлау кампанияһы менән ҡасан шөғөлләнергә?
Һорауҙар күп һәм уларҙы хәл итеү юлдарын табыу, һайлау тураһындағы ҡануниәттең теүәл үтәлешен күҙәтеү, был сараны үткәреүҙә “сылбырҙың көсһөҙ ҡулсалары”н асыҡлай барыу, ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр биреү һәм уларҙың тейешенсә ҡаралыуына өлгәшеү – гражданлыҡ бурысыбыҙ. Ә бының өсөн һайлау көнөндә мотлаҡ үҙ участкаңа барыу талап ителә.