Бергәләп алға барасаҡбыҙ04.12.2015
Бергәләп алға барасаҡбыҙ Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны.


Ил етәксеһе сығышын, Мысырҙағы террор һөҙөмтәһендә һәм Сүриәләге махсус операцияла һәләк булып ҡалған Рәсәй хәрбиҙәрен иҫкә алып, бер минутҡа тын ҡалыуҙан башланы. Сараға “СУ-24” самолетының командиры Олег Пешков менән диңгеҙ пехотасыһы Александр Позыничтың тол ҡатындары ла килгәйне. Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙың үлеме өсөн яуаплылыҡ хаҡында һөйләгәндә беҙҙең менән элек-электән дуҫтарса мөнәсәбәттә йәшәгән Төркиәнең был ҡылығын аңлай алмауын әйтте.
Ил Президенты социаль өлкәләге ҡаҙаныштарға, иҡтисади, сәйәси проб­лемаларға, коррупцияға ҡаршы көрәшкә, йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиә­ләүгә лә туҡталды. Мөрәжәғәтнамәлә милли берҙәмлектең зарурлығына ла баҫым яһалды.
Быйылғы сығыштың үҙенсәлеге – өҫтөнлөклө проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында аныҡ әйтелде. Ул дәүләт идараһы системаһын тулыһынса яңыртыуға, властың йәмғиәт алдындағы яуаплылығын арттырыуға, халыҡ тормошон артабан яҡшыртыуға, коррупцияға ҡаршы көрәште көсәйтеүгә, йәмәғәтселек институттарын үҫтереүгә һәм граждандар башланғыстарына ярҙам итеүгә йүнәл­телгән, тип әйтергә була. Ҡыҫҡаһы, Владимир Путин Рәсәйҙе бай һәм имен ил итеү буйынса дөйөм бурыстарҙы атаны.
– Үҫеш юлында һәр саҡ ауырлыҡтар һәм кәртәләр осрай. Беҙ ҡаршылыҡтарға яуап ҡайтарасаҡбыҙ. Ижади һәм һөҙөмтәле эш итәсәкбеҙ. Дөйөм файҙа һәм Рәсәй хаҡына тырышасаҡбыҙ. Бергәләп алға барасаҡбыҙ. Мотлаҡ бергә! Бергә булғанда ғына уңышҡа өлгә­шәсәкбеҙ, – тине ул Мөрәжәғәтнамәлә.



(Ил Президентының сығышы
буйынса әҙерләнгән тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ).


Вернуться назад