Өфөлә Бөтөн Рәсәй агрофорумы тамамланғандан һуң Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путиндың Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыуы булды. Ил Премьер-министры республикалағы социаль-иҡтисади үҫеш, шул иҫәптән ауыл хужалығы буйынса күрһәткестәрҙе ыңғай баһаланы.
Владимир Путиндың әйтеүенсә, статистика мәғлүмәттәренә күҙ йүгертеп сығыу ғына ла төбәктә хәлдең яҡшы булыуын аңларға мөмкинлек бирә.
— Рәсәйҙә, дөйөм алғанда, сәнәғәт етештереүе үҫеше 4,7 процент тәшкил итһә, Башҡортостанда был йәһәттән 9 процентҡа өлгәшелгән, — тип билдәләне Хөкүмәт башлығы. — Һис шикһеҙ, һәйбәт һөҙөмтә. Ауыл хужалығы, торлаҡ төҙөлөшө, социаль өлкә менән бәйле тармаҡтар буйынса ла күрһәткестәр яҡшы.
Республика Президенты үҫештең әлеге тиҙлеге һаҡланасағын белдерҙе.
— Ысынлап та, 2011 йыл йомғаҡтары насар булманы, быйыл йылдамлыҡты юғалтмаҫҡа, ышаныслы аҙымдар менән алға барыуҙы дауам итергә тырышасаҡбыҙ, — тине Рөстәм Зәки улы. — Бының өсөн беҙҙә мөмкинлектәр киң: предприятиелар, дөйөм алғанда, һәйбәт эшләй, финанс запасы ҙур. Ғинуар айының күрһәткестәренә ҡарағанда, байтаҡ йүнәлештә былтырғы тәүге айҙағынан 20 процентҡа күберәккә өлгәшелгән. Тимәк, яҡшы старт алғанбыҙ.
Республика башлығы шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәре алдынан төбәктә хәлдең ҡәнәғәтләнерлек булыуын, был эште ваҡытында, сифатлы атҡарып сығыу өсөн тейешенсә мөмкинлек барлығын билдәләне.
— Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡар әҙерәк яуҙы, ужым өсөн борсолабыҙ. Сәсеүлектәрҙең 20–25 проценты әрәм булды. Шулай ҙа, ғөмүмән, бурысты үтәй аласаҡбыҙ, культураларҙы ҡотҡарыу саралары күрелә,— тип ышаныс белдерҙе Президент. — Аграрийҙарға ауыл хужалығы өсөн механизмдар, ҡорамалдар, машина һәм комбайндар һатып алыуға өҫтәмә матди ярҙам булдырҙыҡ. Бынан тыш, ауыл хужалығы етештереүселәре тапшырған һөттөң һәр литрына өҫтәп 1,8 һум аҡса түләнек. Шуға ла әлеге тармаҡҡа ҡарата үҙебеҙҙе ышаныслы, тыныс тоя алабыҙ.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡының кәйефе күтәренке булыуы, күптән түгел мосолман байрамдарының, бер нисә көн элек Масленицаның күңелле үтеүе хаҡында һөйләне. Владимир Путин республика етәксеһенә уңыштар теләне.