Иң мөһим тармаҡтарҙың береһе01.03.2012
Бынан алдағы ике һанда хәбәр итеүебеҙсә, Бөтөн Рәсәй ауыл хужалығы форумында иҡтисадтың мөһим мәсьәләләре ҡаралды. Уның Өфөләге Конгресс-холда уҙған пленар ултырышында илдең төрлө төбәктәренән вәкилдәр, федераль етәкселәр, шул иҫәптән Премьер-министр Владимир Путин, уның беренсе урынбаҫары Виктор Зубков, ауыл хужалығы министры Елена Скрынник, баш санитар табип Геннадий Онищенко һәм башҡалар ҡатнашты.
Форумда ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, Премьер-министр Владимир Путин агросәнәғәттең ил иҡтисадында иң ҡеүәтле етештереү тармаҡтарының береһенә әйләнеүен, уға ярҙам итеү буйынса сараларҙың ыңғай һөҙөмтә биреүен билдәләне.
— Стратегик тармаҡтар хаҡында һүҙ барғанда тәү сиратта оборона, машиналар эшләү, йыһан технологиялары кеүек өлкәләрҙе күҙ алдына килтерәбеҙ. Был, әлбиттә, дөрөҫ, әммә ошондай уҡ мөһимдәр иҫәбенә ауыл хужалығын да индерергә мөмкин, — тине ул. Хөкүмәт башлығының фекеренсә, агросәнәғәт аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, яңы эш урындары булдырыу, алдынғы технологияларҙы ҡулланыу мөмкинлектәрен киңәйтеү кеүек етди бурыстарҙы үтәүгә тос өлөш индерә. "Эш дөрөҫ ойошторолһа, кешеләрҙең хеҙмәткә ынтылышы дәртләндерелһә, һөҙөмтә көттөрмәй", — тине Премьер-министр.
Сығышта әйтелеүенсә, 2006 йылдан алып ауыл хужалығы тармағына инвестициялар күләме 1,5 триллион һумдан ашҡан. Был етештереүҙең үҫеүен генә түгел, шулай уҡ Рәсәй иҡтисадының тотош тотороҡланыуын, миллиондарса кешенең тормош сифаты яҡшырыуын тәьмин иткән. Тап ошо арҡала былтыр илдә инфляция кимәле һуңғы 20 йыл эсендә иң түбәне булған. Владимир Путин 2009 һәм 2010 йылдарҙағы ҡаты ҡоролоҡ һәм янғындарҙың да ауыл хужалығы эшсәндәрен төшөнкөлөккә бирелергә мәжбүр итә алмауын, дәүләт ярҙамы менән тармаҡта үҫеш мөмкинлеген һаҡлап ҡалыуға өлгәшелеүен билдәләне. "Беҙ ауыл хужалығына, ер эшкәртеүселәргә ярҙамды дауам итәсәкбеҙ — бында шикләнеү урынһыҙ", — тине ул.
Быйыл агросәнәғәт комплексын үҫтереү маҡсатында федераль ҡаҙнанан 170 миллиард һум бүленәсәк. Бынан тыш, Рәсәйҙең дәүләт ҡатнашлығында эшләүсе Һаҡлыҡ банкы, Ауыл хужалығы банкы кеүек ҙур финанс ойошмалары ауыл эшсәндәренә кәмендә 150 миллиард һумлыҡ кредит бирергә әҙер. Владимир Путиндың ҡушыуынса, был йәһәттән бәләкәй һәм уртаса предприятиеларға өҫтөнлөк бирелергә тейеш.
Хөкүмәт Рәйесе тармаҡ предприятиеларына лизинг нигеҙендә техника, ер алыуҙа ярҙам күрһәтеү, һалымды һәм газға, электрға тарифтарҙы кәметеү, бәләкәй ойошмаларҙы монополистарҙан яҡлау, ватан етештереүселәренә баҙарҙа киңерәк урын алырға мөмкинлек тыуҙырыу зарурлығы хаҡында һөйләне, бик етди тәҡдимдәр индерҙе, ҡаты талаптар ҡуйҙы.
Владимир Путин, әлбиттә, сығыш менән генә сикләнмәне, форумда ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе. Ауыл хужалығы һәм социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләренә ҡағылышлы күтәрелгән проблемалар һәм Премьер-министрҙың яуаптары хаҡында киләһе һандарҙа бәйән итербеҙ.
Д. МӘЖИТОВ.


Вернуться назад