Шәреҡте нескә тиһәләр ҙә...01.03.2012
Һуңғы арала Яҡын Көнсығыштағы хәл-ваҡиғалар бар донъя йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгендә тора. Был төбәктә бына-бына һуғыш уты тоҡаныр тип көтөлә. Сүриә менән Иран тирәләй барған ыҙғыш-тартҡылаш донъя картаһында тағы ла ике “ҡыҙыу нөктә” барлыҡҡа килеү ихтималлығына ишаралай.
АҠШ һәм Европа союзы илдәренең туранан-тура ҡатнашлығында бынан тап бер йыл элек Тунис, Мысыр, Ливия кеүек илдәрҙә, халыҡ сыуалыштарын оҫта файҙаланып, революциялар эшләгәйнеләр. Йәмән, Бахрейн кеүек илдәрҙәге халыҡ сыуалыштары түңкәрелештәргә үк барып етмәне. Уның ҡарауы, Сүриә бөгөн граждандар һуғышы алдында тора. Билдәле булыуынса, был илдә үткән йылдың март айынан бирле халыҡ сыуалыштары бара. Оппозиция вәкилдәре ойошторған сыуалыштарҙың төп маҡсаты — ил Президенты Бәшәр Әсәдте отставкаға ебәреү. БМО мәғлүмәттәре буйынса, йыл һуҙымында ҡанлы бәрелештәрҙә 5 меңдән ашыу кеше һәләк булған. Сүриә етәкселеге был һанды 2 мең самаһы тип бара. ЕС илдәренең киң мәғлүмәт саралары, Сүриәлә 7,5 мең кеше һәләк булған, тип яҙҙы. Ҡайһылай ғына булмаһын, был илдә мәғәнәһеҙ ҡан ҡойош дауам итә. Хәрбиҙәр менән бер рәттән күпләп тыныс халыҡ ҡырыла. Әлбиттә, АҠШ менән Европа илдәре Сүриәнең эске эштәренә ҡыҫыла ҡалһа, һәләк булыусыларҙың һаны ун тапҡырға артыуы ихтимал.
Ливия менән ниндәй хәл килеп тыуғаны барыһына ла мәғлүм. Әйткәндәй, Ливия революцияһына ла бер йыл үтте. Әйтергә кәрәк, Муаммар Каддафи властан алып ташланып ҡырағайҙарса үлтерелгәндән һуң тормош яҡшырыр тип көткән халыҡтың өмөтө аҡланманы. Улай ғына ла түгел, бөгөнгө Ливия бик ауыр хәлдә. Яңы власть ил халҡын эш һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү түгел, уның именлеген дә һаҡлай алмай. Һөҙөмтәлә бөгөн Ливияла хәйерселек, уғрылыҡ, тәртипһеҙлек хөкөм һөрә. Муаммар Каддафиҙы властан алып ташлауға күп көс һалған АҠШ менән Европа илдәренең Ливияла эше юҡ. Улар мәрхүм полковниктың сит ил банктарында һаҡланған 20 миллиард доллар аҡсаһын үҙләштерҙеләр ҙә шуның менән вәссәләм. Бының менән мин нимә әйтмәксеменме? АҠШ менән ЕС илдәре Сүриә эштәренә ҡыҫыла ҡалһалар, уларҙы ла Ливия яҙмышы көтә тимәксемен.
АҠШ-тың Ливия һуғышына 2 миллиард доллар аҡса тотонғаны билдәле. Бөйөк Британияның сығымдары тағы ла юғарыраҡ — улар был һуғышҡа 2 миллиард 710 миллион доллар аҡса йүнәлткән. Франция һәм башҡа илдәрҙеке аҙыраҡ суммала. Дөйөм алғанда Ливия һуғышы НАТО союзниктарына 5 миллиард долларға төштө. Быларға Сәғүд Ғәрәбстаны менән Катарҙың сығымдарын да өҫтәһәң, байтаҡ сумма килеп сыға. Улар ҙа Каддафиҙы властан алып ташлауға үҙ өлөшөн индерҙе. Әммә былар Каддафиҙың 20 миллиард доллары эргәһендә бик әҙ. АҠШ һәм ЕС илдәре Ливия һуғышынан ғына үҙҙәренә 13–14 миллиард аҡса эшләй алған тигән һүҙ. Быларға өҫтәп Ливияның бай нефть ятҡылыҡтарын да ҡулға төшөрөүҙәрен өҫтәһәң, АҠШ-тың “ауыр хәлдәге” Ливия халҡына ярҙамға ашығыу сәбәбен төшөнөргә була. Әле иһә АҠШ һәм ЕС илдәре Сүриәгә ҡарата төрлө санкциялар ҡулланып, Ливия кеүек уны ла ҡыҫымға алмаҡсы була. Бының өсөн төрлө алымдар файҙаланыла. Иҡтисади санкциялар менән бер рәттән, сәйәси ҡыҫымға ла алына Сүриә. 17 февралдә БМО-ның Генераль Ассамблеяһында 137 ил вәкиле ҡатнашлығында үткән сарала Сүриә мәсьәләһе ҡаралып, резолюция ҡабул ителде. Был резолюцияға 12 ил, шул иҫәптән Рәсәй, Ҡытай һәм Һиндостан ҡаршы тауыш бирҙе. 17 ил икеләнеүе хаҡында белдерҙе, ҡалғандар ыңғай тауыш бирҙе. Ошоларҙан сығып фекер йөрөткәндә, АҠШ Сүриәгә ҡаршы һуғыш башларға Рәсәй менән Ҡытайҙан шыртлаңҡырай кеүек.
26 февралдә Сүриәлә илдең Төп Законы — Конституцияны үҙгәртеү буйынса референдум булып үтте. Уның төп асылы булып 8-се статьяны алып ташлау тора. Был статьяла илдең идара итеү партияһы булып БААС тороуы хаҡында әйтелгән. Яңы тәҡдим ителгән проект буйынса илдәге бөтөн партиялар ҙа тиң хоҡуҡлылыҡ ала. Йәғни демократияға бер аҙым яһала тигән һүҙ. Ошондай шарттарҙа 27 февралдә Европа союзында ағза булып торған 27 илдең сит ил эштәре министрҙары Сүриәгә ҡарата яңы санкциялар ҡабул итеү тураһында резолюция ҡабул итте. Уның төп йөкмәткеһе булып Сүриә Үҙәк банкы иҫәптәрен “туңдырыу”, йөк самолеттарын Европа аша үткәрмәү, был илдән ҡиммәтле металдарҙы сит илгә сығармау тора.
Иранға яҫҡыныуҙар ҙа туҡталмай. Был илгә ҡарата ла ЕС тарафынан санкциялар ҡулланылды. Июль айынан башлап ЕС илдәре унан нефть һатып алыуҙы туҡтатырға уйлай. Бының төп сәбәбе итеп улар илдең атом бомбаһы эшләү маҡсатында уран байыта башлауына протест тип аңлатты. Иран етәкселеге иһә уранды тыныс маҡсатта файҙаланыу өсөн байытыуын белдерә. Ошо арала Иран 20 процентҡа тиклем 100 килограмм самаһы уран байытыуы хаҡында йәмәғәтселеккә еткерҙе. Ә нефтенә килгәндә инде, был ил йәй айҙарын көтөп тормаҫтан Франция менән Бөйөк Британияға нефть һатыуҙы үҙе башлап туҡтатты. Бының сәбәбен Иран етәкселеге ҡулайыраҡ вариант табылыу менән бәйләй. Асылда иһә Иран Европаһыҙ ҙа йәшәй аласағын иҫбатларға тырыша. Үткән аҙнала ул Грецияға ла нефть һатыуҙы туҡтатыуын белдерҙе. Әлбиттә, уның нефтенә башҡа тарафтарҙа ла һорау ҙур. Шул уҡ Ҡытай менән Һиндостан “ҡара алтын”ға мохтажлыҡ кисерә. Ә Иранға инде ил бюджетын тулыландырыу өсөн ҡайһы илгә һатһа ла барыбер.
Ирандың уран байыта башлауы был илгә бик ҡиммәткә төшмәксе. Израиль уға асыҡтан-асыҡ һуғыш башлау менән янай. Израиль армияһы бомбаға тота башлаған хәлдә улар ҙа яуапһыҙ ҡалмаясаҡ, әлбиттә. Тик Иранды Израиль бер яңғыҙы ғына теҙ сүктерә алмаясаҡ. Иран Ираҡ түгел, бөгөн уның хәрби ҡеүәте күпкә көслөрәк. Шуға ла Израиль һуғыш башлаған осраҡта АҠШ-ҡа, теләйме-теләмәйме, уны ослап ҡуйырға тура киләсәк.
Үткән аҙнаның тағы ла бер мөһим ваҡиғаһы булып Ҡырғыҙстан Президенты Алмазбәк Атамбаевтың рәсми визит менән Мәскәүгә килеүе торғандыр. Билдәле булыуынса, Ҡырғыҙстанда революция ярҙамында башта Асҡар Аҡаевты, биш йылдан һуң Ҡорманбәк Баҡыевты ил етәкселегенән ситләткәндәр ине. Һуңғы революция 2010 йылда булды. Һуңынан илдә Күсмә совет булдырылып, йыл ярым самаһы ил менән Роза Отумбаева идара итте. Алмазбәк Атамбаев иһә белеме буйынса инженер, Мәскәүҙә уҡыған, заманында комсомол органдарында эшләгән, 90-сы йылдар уртаһынан бизнес өлкәһендә эшләп, Ҡормәнбәк Баҡыев осоронан һуң илдең Премьер-министры дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән шәхес. Яңы вазифаға иһә 2011 йылдың көҙөндә һайланды. Мәскәүҙә ул Дмитрий Медведев, Владимир Путин менән эшлекле осрашыуҙар үткәрҙе. Азия төбәгендә Ҡырғыҙстан бик үҙенсәлекле ил һанала. Ғөмүмән, ике ҡапма-ҡаршы яҡты — НАТО менән Рәсәйҙең хәрби базаларын үҙ биләмәһенә һыйындырған берҙән-бер ил ул Ҡырғыҙстан. НАТО-ның “Манас”, Рәсәйҙең “Кант” хәрби базалары Ҡырғыҙстанда урынлашҡан. Алмазбәк Атамбаев белдереүенсә, 2014 йылда “Манас” базаһын илдән сығарыу күҙаллана. “Кант” базаһы буйынса ла ошондай уҡ ҡарар ҡабул ителеүе бар тип белдерҙе яңы Президент. Баҡһаң, Рәсәй был база өсөн дүрт йыл буйы аренда хаҡы түләмәгән икән. Быны белеп ҡалыу менән Дмитрий Медведев оборона министрына 15 миллион доллар бурысты ун көн эсендә ҡайтарырға ҡушты. Шул уҡ ваҡытта Ҡырғыҙстандың Рәсәйгә 493 миллион доллар дәүләт бурысы бар. Был бурысты ҡайтарыу өсөн Рәсәй “Дастан”, “Ҡырғыҙгаз”, “Ҡырғыҙнефть” заводтары акцияларын алырға дәғүә итә. Был темаға һөйләшеүҙәр айырым булмаҡсы. Ҡырғыҙстандың “Манас” базаһын тиҙ арала ябырға уҡталыуы аңлашыла, сөнки Иранға ҡаршы һуғыш башланған осраҡта НАТО өсөн көнсығышта был базанан да ҡулайырағы юҡ. Ошондай шарттарҙа Алмазбәк Атамбаевтың НАТО-нан ситләшеп Мәскәүгә килеүен дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаштырырға ынтылыу тип ҡарарға кәрәктер.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Вернуться назад