“Мин 5 мартта яңы президентлы илдә уянырға теләйем”, — тигән һүҙҙәр менән башланып китте Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиевтең “Башинформ” агентлығындағы матбуғат конференцияһы. Ысынлап та, берҙәм тауыш биреү көнө етеүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды, һайлау алды агитацияһы гөрләй һәм республиканың уға әҙерлеге лә тулы кимәлдә тип әйтергә була.
Баштан уҡ шуныһын билдәләп үтеү кәрәк: быйыл мөһим сәйәси ваҡиғаға әҙерлек бығаса булмағанса асыҡ бара. Быны Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе һәм комиссия ағзаларының журналистар менән үтә йыш аралашып тороуынан сығып ҡына ла аңларға була.
Киләһе йәкшәмбелә иң мөһиме Рәсәйгә яңы Президент һайлау булһа ла, урындағы власть органдарына депутаттар һайлау ҙа — үтә яуаплы һәм кәрәкле ғәмәл. 721 мандатҡа 1 864 кандидат дәғүә итә.
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев Рәсәй буйынса мәғлүмәттәр ҙә бирҙе. Илдә 110 миллионға яҡын һайлаусы бар, бары тик ете төбәктә һайлаусылар һаны 3 миллиондан артҡан, улар иҫәбендә Башҡортостан да бар. Беҙҙә 3 миллион 39 061 һайлаусы теркәлгән һәм шунса бюллетень әҙерләнгән. Улар урыҫ, башҡорт һәм татар телдәрендә.
Тағы ла һандарға мөрәжәғәт итеп, шуны әйтергә була: 3 мең 467 һайлау участкаһында веб-камера ҡуйылған, 178 участка тауыш биреү бюллетендәрен автоматик эшкәртеү комплексы менән йыһазландырылған. Быйыл ҡуйыласаҡ һайлау йәшниктәренең барыһы ла үтә күренмәле материалдан эшләнгән.
27 февралдән алып Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында “ҡыҙыу линия” эш башланы. Унда һәр һайлаусы түләүһеҙ күп каналлы 8-800-347-54-54 телефоны буйынса шылтыратып, үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирә ала.
Федераль кимәлдәге һайлауға граждандар яғынан ҡыҙыҡһыныуҙың ҙур булыуы тәбиғи. Хәйҙәр Вәлиевтең күҙаллауы буйынса, Башҡортостанда һайлаусыларҙың кәм тигәндә 80 проценты үҙ участкаһына киләсәк.
Ә. ӘЙҮПОВА.