Беҙҙән өйрәнәләр01.03.2012
Өфөлә үткән Бөтөн Рәсәй ауыл хужалығы форумы айҡанлы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Рәсәй” телеканалы хәбәрсеһе менән аралашты.
— Башҡортостан Рәсәйҙә ауыл хужалығы етештереүе буйынса лидерҙарҙың береһе булғанлыҡтан, беҙҙән өйрәнер нәмә күп. Республикала алдынғы предприятиелар, технологиялар, производстволар бар. Уларҙың барыһы менән дә форумға килгән ҡунаҡтарҙы таныштырҙыҡ, — тине Рөстәм Хәмитов хәбәрсегә. — Улар ҡәнәғәт ҡалды.
Хәбәрсе республикала тормошҡа ашырылған программаларға Федераль үҙәк ярҙамы күләме тураһында ҡыҙыҡһынды.
Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, беҙҙең барлыҡ башланғыстар ҙа Федераль үҙәк тарафынан яҡлау таба, рухи ғына түгел, матди ярҙам да ала. Һәр программа буйынса документаль килешеүҙәр бар. Был һөтсөлөк фермаларын ремонтлау программаһына ла ҡағыла. Уның буйынса биш-алты йыл эсендә 500-гә яҡын ферма ремонтланырға тейеш. Бынан тыш, фермер хужалыҡтарына, ит һәм һөт малсылығын үҫтереү мәсьәләләре программаларына ла ярҙам бар.
Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инергә әҙерләнә. Был айҡанлы беҙҙең етештереүселәргә ауыр буласаҡ. “Уларҙы яҡлау буйынса ниндәй саралар күреләсәк”, — тигән һорауға Рөстәм Хәмитов:
— Рәсәй Федерацияһының үҙ аграрийҙарын яҡлау ысулдары бар. Был хаҡта махсус меморандумда яҙылған. Унда билдәләнеүенсә, ил тәүге йылдарҙа үҙенең агросәнәғәт комплексына туғыҙ миллиард долларға тиклем ярҙам күрһәтә аласаҡ. Былтыр ошо ярҙам алты-ете миллиард доллар тирәһе ине. Тимәк, тәүге йылдарҙа беҙҙең етештереүсе ошо дотациялар, субсидиялар менән яҡланасаҡ, — тип яуап бирҙе.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад