Барлыҡ көс — халыҡ хаҡына01.03.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бельгияның VRT Jan Balliauw телекомпанияһы хәбәрсеһенең һорауҙарына яуап бирҙе.
Журналист Башҡортостанда үткән Ауыл хужалығы форумы, Рәсәйҙең Премьер-министры В.В. Путиндың республикаға сәфәре, халыҡтың һайлауға әҙерлеге менән ҡыҙыҡһынды.
Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, Бөтөн Рәсәй ауыл хужалығы форумының Башҡортостанда үтеүе осраҡлы хәл түгел — республика ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса Рәсәйҙең иң эре биш төбәге иҫәбендә. Был өлкәне артабан үҫтереү йәһәтенән әүҙем эш алып барыла. Үткән быуат аҙағында бөтөрөлгән фермалар күпләп тергеҙеләсәк, йылҡысылыҡ киң йәйелдереләсәк. Республика халҡының 40 проценты ауылда йәшәүен иҫәпкә алғанда, ауыл хужалығына иғтибар, иҡтисади үҫеште тәьмин итеүҙән тыш, кешеләрҙең социаль хәлендә лә ҙур роль уйнаясаҡ.
Форум барышында республикаға В.В. Путиндың килеүе иһә сараның әһәмиәтен тағы ла арттырҙы.
Башҡортостан Президенты төбәк халҡының Рәсәй Президентын һайлауҙа әүҙем ҡатнашырына ышаныс белдерҙе. “Теге йәки был кандидатҡа тауыш бирегеҙ, тип берәүҙән дә талап итмәйбеҙ. Беҙҙә халыҡ грамоталы, аңлы. Илдәге хәл, президентлыҡҡа кандидаттар тураһында хәбәрҙар булыу өсөн барлыҡ төр мәғлүмәт сараһы әүҙем эшләй”, — тине ул.
Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, халыҡ менән власть структуралары араһын яҡынайтыу мөһим. Ябай кешене сәнәғәт етештереүе үҫешенән, инфляция кимәленән бигерәк үҙенең эш хаҡы, йәшәү шарттары борсой. Ошо йәһәттән власть йәмғиәткә терәк булырға, халыҡты аңларға, уның теләген, проблемаһын ишетә белергә тейеш.
Д. ИШМОРАТОВА.


Вернуться назад