Инвесторҙар килә29.02.2012
Инвесторҙар киләБашҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев “Патра” компанияһы президенты Ли Дон Ху етәкселегендәге Корея делегацияһы менән осрашты.
Парламент Рәйесе, республика үҫешкән ҡануниәткә эйә, беҙҙә инвестициялар йәлеп итеү һәм уларҙы яҡлау өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар тыуҙырылған, һалым ташламалары билдәләнгән, тип белдерҙе.
Корея инвесторҙары Архангел районында светодиот лампалары етештереү заводы һәм һөт эшкәртеү комбинаты төҙөргә уйлай. Әле бының өсөн ер бүленә. Тәүге ваҡытта иллегә яҡын эш урыны буласаҡ, киләсәктә уның 200-гә тиклем еткерергә ниәтләйҙәр.
Осрашыуҙа Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе Зөфәр Еникеев, Архангел районы хакимиәте башлығы Ғимран Ғәбитов ҡатнашты.
М. МӨХӘМӘТОВА.


Вернуться назад