Хоҡуғығыҙҙы тормошҡа ашырығыҙ29.02.2012
Хоҡуғығыҙҙы тормошҡа ашырығыҙРәсәй Президентын һайлауға биш көн ваҡыт ҡалды. 4 мартта шулай уҡ республикабыҙҙың муниципаль ҡала һәм район Советтарына депутаттар өсөн тауыш бирәсәкбеҙ. Быйыл илдә һайлау тәүге тапҡыр веб-камералар күҙәтеүендә үтәсәк. Беҙҙең республика быға күптән әҙер.
Башҡортостандың һайлауға әҙерлеге барышы тураһында Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Наилә Алтынова һөйләне.
Һайлау алды кампанияһы иң ҡыҙыу нөктәһенә етте. Был тәңгәлдә ғәмәлдәге ҡануниәттә ҡаралғандан асығыраҡ шарттар булдырылыуы хаҡында әйтергә мөмкин. Беҙ, демократик практиканы үҫтереп һәм камиллаштырып, закондан алда барабыҙ.
Һайлау комиссиялары тауыш биреү көнөнә әҙерләнә. Улар менән уҡытыу семинарҙары үткәрелә, тауыш биреү өсөн үтә күренмәле йәшниктәр, веб-камералар урынлаштырыла.
Хөкүмәт Рәйесе һөйләгәндәрҙең, Дәүләт Думаһында тикшерелгәндәрҙең барыһы ла тормошҡа ашырылды. Үҙҙәренең программалары менән таныштырыу, Рәсәйҙең көнүҙәк проблемаларын хәл итеү буйынса төрлө башланғыстарҙы, тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн кандидаттар ҙур мөмкинлектәргә эйә. Шул уҡ ваҡытта сәйәси конкуренция киҫкенләште, сөнки киләһе алты йылда илебеҙ барасаҡ юлды һайлау ҡыҙыу бәхәстәр юҫығында бара. Йәрәбә һалыу йомғаҡтары буйынса бөтә кандидаттарға ла үҙ позицияһын һайлаусыларға еткереү өсөн тигеҙ эфир ваҡыты бирелде. Заманса бөтөн медиа эшкә егелә: бөгөн сәйәси яңылыҡтар буйынса Интернет өҫтөнлөк ала, тип арттырмай әйтеп була.
Шулай итеп, сәйәси процесс төрлөләнә, ҡыҙыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була бара.
Рәсәйгә хас һыҙаттар беҙҙең республикаға ла ҡағыла.
“Хаталар өҫтөндә” даими һәм өҙлөкһөҙ эшләгәндә генә һайлауҙы ойоштороуҙа һиҙелерлек уңыштарға өлгәшергә мөмкин. Улай ғына ла түгел, закон сығарыусылар, һайлаусылар, һайлауҙы ойоштороусылар менән берлектә эш итергә кәрәк.
Бер һайлау кампанияһынан икенсеһенә күстек. Аҙ ғына ваҡыт эсендә бик күп эш башҡарылды.
Беренсенән, демократияның төп асылы — дәүләттең һәм йәмғиәттең тотороҡло һәм имен үҫешен тәьмин итеүҙә икәнлегенә инандыҡ һәм башҡаларҙы (ә был 69 территориаль һәм 3509 участка һайлау комиссияһы) ышандыра алдыҡ. Шуға күрә беҙҙең тәүге бурыс — һайлауҙы ойоштороусылар, унда ҡатнашыусылар тарафынан һайлау ҡануниәтенең тайпылышһыҙ үтәлеүе. Һайлау кампаниялары барышында законлылыҡ — һайлауҙың ғәҙел үтеүе, төбәктәрҙә сәйәси тотороҡлолоҡ нигеҙе.
Икенсеһе — граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу өсөн тейешле шарттар булдырыу. Һайлаусы-инвалидтар, хәрби хеҙмәткәрҙәр, төрлө урындарҙа ваҡытлыса йәшәгән һайлаусылар менән эш итеүгә айырым иғтибар бирелә. Участка һайлау комиссияларының эшен һәр һайлаусы үҙенең хоҡуҡтарын бойомға ашыра алырлыҡ итеп ойошторорға кәрәк.
Уҙған һайлау һабаҡтары һәр ерҙә лә беҙҙең теләктәргә һәм тәҡдимдәргә ҡолаҡ һалып бармауҙарын асыҡланы.
“Ҡыҙыу линия” телефонына килгән мәғлүмәттәр ҡайһы бер һайлаусыларҙың һайлау участкаһының ҡайҙа урынлашыуы хаҡында йүнләп белмәүен, коляскалағы инвалидтарҙың һайлау участкаларына инә алмауын асыҡланы.
Беҙ участка һайлау комиссияларындағы коллегаларыбыҙға бер нисә тапҡыр һайлауға тиклем һайлау участкаһы бинаһында тауыш бирә алмаған һайлаусыларҙы асыҡларға һәм уларҙан ғариза ҡабул итергә ҡушҡайныҡ. Хәҙер комиссия ағзалары законлы рәүештә бындай хоҡуҡҡа эйә.
Беҙ һайлаусыларҙың үҙҙәрен дә ныҡышмалыраҡ эш итергә саҡырабыҙ. Өйҙә тауыш бирергә теләүегеҙ хаҡында һеҙ телефон, туғандарығыҙ, күршеләрегеҙ аша еткерә алаһығыҙ. Бындай мөрәжәғәттәр өсөн һуңғы срок — 4 март көндө 14 сәғәткә тиклем.
Башҡортостанда һайлауҙы ойоштороусылар инвалидтар, тәү сиратта, коляскалағылар үтә алһын өсөн республикалағы участка һайлау комиссияларының беренсе ҡатта урынлашыуын күҙ уңында тота. 900 һайлау участкаһы пандустар, яндауырҙар, махсус түшәмәләр, рельстар, шулай уҡ оптик коррекция өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырылған да инде.
Һайлауҙағы төп яңылыҡ хаҡында бер нисә һүҙ. Республикала Рәсәйҙең Премьер-министры, президентлыҡҡа кандидат В.В. Путиндың бөтөн һайлау участкаларын веб-камера менән йыһазландырыу тураһындағы теләге тормошҡа ашырылды. 3509 һайлау участкаһының 42-һендә генә веб-камера ҡуйылмаясаҡ. Улар — дауаханаларҙа, тәфтиш изоляторҙарында урынлашҡан участкалар. Шулай итеп, беҙҙең төп бурыс — граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу өсөн бөтөн тейешле шарттарҙы тыуҙырыу үтәлгән тиерлек. Башҡортостан граждандары һәр ваҡыттағыса Рәсәй Президентын һайлау хоҡуғынан файҙаланыр, 2012 йылдың 4 мартында һайлауға килер, тип ышанабыҙ.


Вернуться назад