Уртаҡлашыр тәжрибәбеҙ бар28.02.2012
Уртаҡлашыр тәжрибәбеҙ барӨфөлә Бөтөн Рәсәй ауыл хужалығы форумы үтә
Башҡортостан ике көнгә илдең агросәнәғәт үҙәгенә әйләнде — кисә Өфөлә Бөтөн Рәсәй ауыл хужалығы форумы башланды. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 700-гә яҡын делегат тармаҡты үҫтереү һәм уның проблемалары тураһында һөйләшмәксе.
Тәүге көндә төрлө йүнәлеш буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәр булды. Биш ултырышта белгестәр агросәнәғәт комплексын кадрҙар менән тәьмин итеү, ауыл хужалығы биләмәләрен, кооперация һәм кесе хужалыҡтарҙы үҫтереү, агрокомплексты технологик яҡтан яңыртыу, ауыл хужалығы страховкаһын үҫтереү, ауыл хужалығында ер мөнәсәбәттәрен көйләүҙең хоҡуҡи мәсьәләләре һәм башҡа темалар буйынса фекер алышты.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда “Кредитлау, лизинг һәм агросәнәғәт комплексын технологик яҡтан яңыртыу” темаһына “түңәрәк өҫтәл” булды. Уны “Росагролизинг” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Валерий Назаров алып барҙы. Сарала ҡатнашыусылар араһында Рәсәйҙең ауыл хужалығы банктары вәкилдәре, агросәнәғәт хужалыҡтары етәкселәре, аграр уҡыу йорттары ректорҙары һәм тармаҡтың башҡа белгестәре ҡатнашты.
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының фәнни-технологик сәйәсәт һәм мәғариф департаменты директоры Вячеслав Нунгезер конкуренцияға һәләтте күтәреү өсөн нисек яңырырға кәрәклеге тураһында һөйләне, ә “Россельхозбанк” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара рәйесе урынбаҫары Кирилл Левин банктың кредит һәм лизинг буйынса эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Бынан тыш, ултырышта Мордва Республикаһы, Новосибирск, Киров, Красноярск, Краснодар һәм илдең башҡа төбәктәренең ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

* * *
Аграр форумда ҡатнашыусыларҙың бер өлөшө "Нефтсе" мәҙәниәт һарайында ойошторолған "Хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын һәм ауылда кооперацияны үҫтереү" тип аталған "түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашты.
Уның эшендә Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары — статс-секретарь Александр Петриков ҡатнашты. Ул сығышында аграр сәнәғәт комплексының үҫеш юлы, ауыл хужалығы тармаҡтарына дәүләт ярҙамы, уларҙы юғары һәм урта махсус белемле кадрҙар менән тәьмин итеү кеүегерәк мәсьәләләргә туҡталды.
Илде ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итеүҙә хужалыҡ итеүҙең кесе формалары ҙур роль уйнай. Был тәңгәлдә, әлбиттә, 20 йыл элек яңынан тергеҙелгән крәҫтиән (фермер), шәхси хужалыҡтарҙы атап үтергә була, сөнки улар ауыл хужалығы еренең өстән бер өлөшөн эшкәртә, продукция етештерә. Был тармаҡ киләсәктә лә халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә аласаҡ. Бөгөн Рәсәй буйынса 308 меңгә яҡын крәҫтиән (фермер) һәм шәхси эшҡыуар теркәлгән.
Дәүләт хужалыҡ итеүҙең кесе формаларына һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, мал һанын арттырыуға ла субсидия бүленә. "Аграр сәнәғәт комплексын үҫтереү" милли проекты, шулай уҡ "Ауылды 2013 йылға тиклем социаль үҫтереү" федераль программаһы әле уңышлы тормошҡа ашырыла.
Бөгөн ауыл хужалығы кооперацияһы системаһы әүҙем үҫешә. Шуныһы ҡыуаныслы: тармаҡты үҫтереүгә лә дәүләт ярҙамы булдырылған, төрлө программалар ҡаралған.
"Түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашыусылар төп сығыштан һуң фекер алышыуға күсте, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап эҙләне.
Мәртәбәле сарала илдең төрлө төбәктәренән вәкилдәр ҡатнашты. Беҙгә тәнәфес ваҡытында Бүрәт Республикаһының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры Александр Манзанов, Саха (Яҡут) Республикаһының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек сәйәсәте министры Иван Слепцов, Ҡалмыҡстан Республикаһынан килгән район хакимиәте башлығы Санал Адьяев, Рязань өлкәһенән колхоз рәйесе Алексей Трепалин һәм Еврей автономиялы округынан килгән Ленин районы хакимиәте башлығы Сергей Лаврук (һүрәттә) менән һөйләшергә тура килде. "Башҡортостан Рәсәйҙең аграр сәнәғәте өлкәһендә күптәргә өлгө булырлыҡ, уның уңыштары хаҡында хәбәрҙарбыҙ, был форум һеҙҙә юҡҡа ғына үтмәй бит", – тине улар.

* * *
Форум сиктәрендәге "түңәрәк өҫтәл"дәрҙең береһе ауыл хужалығында ер мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса хоҡуҡи мәсьәләләргә арналды. Был тармаҡтың төп проблемаларын күтәрергә илдең төрлө төбәктәренән, республиканан билдәле белгестәр саҡырылғайны.
Сараны Рәсәй Дәүләт Думаһының Аграр мәсьәләләр буйынса комитеты рәйесе Николай Панков асты. Бөгөн ауыл хужалығында ер мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса хоҡуҡи мәсьәләләрҙе хәл итеү – агросәнәғәттең һөҙөмтәлелеген арттырыуҙың төп нигеҙҙәренең береһе, тип билдәләнде уның сығышында. "Һәр заманда ауыл хужалығының төп мәсьәләләре – ер һәм милек. Беҙгә, ҡануниәт өлкәһендәгеләргә, форумда ҡатнашыусыларҙан практик тәҡдимдәр кәрәк. Ни тиһәң дә, бөгөн Рәсәйҙә ауыл хужалығы еренең 40 проценттан ашыуы маҡсатҡа ярашлы ҡулланылмай", – тине ул. Бөгөн улар кемдәрҙеңдер ҡулында, юридик күҙлектән ҡарағанда хужаһыҙ ерҙәр юҡ тиерлек. Әммә ил өсөн ошо ауыл хужалығы еренең "эшләүе" һәм килем килтереүе мөһим. Бөгөнгө ҡануниәт был йәһәттән ыңғай һөҙөмтәләр бирә, һүҙ ҙә юҡ. Мәҫәлән, әгәр ер өс йылдан ашыу хужа тарафынан файҙаланылмай икән, уны тартып алыу хоҡуғы биргән норма бар. Әммә тәүмаҡсат – ерҙе ауыл хужалығында һөҙөмтәле ҡулланыу мәсьәләһе – хәл ителмәй.
"Түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашыусылар һуңғы йылдарҙағы ыңғай күренештәрҙе лә атаны. Ауыл хужалығы ерҙәренең һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатында Рәсәй ҡануниәтенә үҙгәрештәр индерелгән. 2011 йылдан быға тиклем ҡулланған ауыл хужалығы ерҙәрен милек итеп теркәүҙә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына дәүләт ярҙамы ҡаралған. Шулай уҡ уларҙың милек итеп теркәүҙәге сығымдарының өлөшө лә бюджеттан субсидиялана.
Ер ҡануниәтендәге 2009–2011 йылдарҙағы ыңғай үҙгәрештәр Рәсәйҙә ауыл хужалығы ерҙәре майҙанының кәмеүенә һәм уларҙың ҡарағура менән ҡапланыуына, тупраҡтың боҙолоуына юл ҡуйманы.
Әммә хәл итеүҙе көткән көнүҙәк мәсьәләләр ҙә етерлек. Мәҫәлән, ауыл хужалығында ер мөнәсәбәттәрен көйләү өлкәһендә ҡайһы бер норматив хоҡуҡи акттарҙың булмауы биләмәләрҙең уларҙы икенсе маҡсатта ҡулланыу өсөн тартып алыныуына килтерә, шулай уҡ федераль милектә булған ерҙе һөҙөмтәле ҡулланыуға ҡамасаулай. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе хужалыҡтарҙың һәм граждандарҙың дөйөм ер майҙанының ни бары 30 проценты ғына бөгөн дәүләт кадастрына индерелгән. Был үҙ сиратында ер-ипотека кредитлауына аяҡ сала.
Форум барышын Ә. ИЛДУСОВА,
С. ҒӘЛИН, З. РӘШИТОВ яҡтыртты.


Вернуться назад