Бөтөн Рәсәй ауыл хужалығы форумы сараларының береһе республиканың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығында үтте. Унда ваҡлап һатыусы компаниялар ассоциацияһына (АКОРТ) ингән ҙур сауҙа селтәрҙәре вәкилдәре һәм Башҡортостандың 80-дән ашыу ауыл хужалығы етештереүсеһе осрашты. Сараны ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов алып барҙы.
Ул сығышында республиканың ауыл хужалығын үҫтереүгә, ауыл ерендә социаль инфраструктураны яҡшыртыуға ҙур күләмдә аҡса бүленеүен билдәләп үтте.
Башҡортостан предприятиелары бөгөн инвесторҙар өсөн ылыҡтырғыс булып ҡала, сөнки беҙҙә экологик яҡтан таҙа ауыл хужалығы продукцияһы етештерелә. Аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары яңы технологиялар индереү, ассортиментты киңәйтеү, продукцияның сифатын яҡшыртыу буйынса күп эшләй. Продукцияның конкурентлыҡ һәләтен күтәреү менән бер рәттән, сауҙа сәйәсәтен, дистрибьютор селтәрен әүҙем үҫтереү уңышлы тормошҡа ашырыла. Донъя баҙарына сығарыу маҡсатында продукцияның сифатына һәм хәүефһеҙлегенә контроль алымдарын камиллаштырыу инвестиция һалыуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора.
"Түңәрәк өҫтәл"дә ҙур сауҙа селтәрҙәре етәкселәре заманса ваҡлап һатыу принциптары, сифат стандарты тураһында һөйләне. Осрашыуҙа ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәре менән сауҙа селтәрҙәре араһында бәйләнеш булдырыу, магазин кәштәләрендә үҙебеҙҙә етештерелгән продукция күләмен арттырыу мәсьәләләре лә тикшерелде. Рәсәйҙә иң ҙур һаналған "X5 Retail Group" сауҙа селтәренең исем туйы үтте. Был компанияға "Пятерочка", "Перекресток", "Патерсон", "Карусель" магазиндары инә.
Осрашыу һуңында Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов һәм ваҡлап һатыусы компаниялар ассоциацияһы президиумы рәйесе Илья Якубсон килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.