Аныҡ тәҡдимдәр менән килгәндәр28.02.2012
Йома Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Интернет йәмәғәтселеге, ябайыраҡ итеп әйткәндә — блогерҙар, менән осрашты. Аралашыу киске алтыла башланыуға ҡарамаҫтан, өс сәғәт ярым дауам итте. Теләгән һәр кем Президентҡа үҙенең һорауын бирҙе һәм тулы яуап алды.
Рөстәм Хәмитов Интернет йәмәғәтселеге менән беренсе мәртәбә генә аралашмай.
— Тәүге күрешеүҙән һуң республикала күп кенә ыңғай үҙгәреш булды, — тип башланы ул һүҙен. — Башҡортостан иҡтисади үҫеш күрһәткестәре буйынса илдең алдынғы төбәктәре исемлегенә инде. Иң мөһиме — үҙебеҙ өсөн йыл ярым элек билдәләгән йүнәлеш буйынса ышаныслы аҙымдар менән барабыҙ.
Рөстәм Зәки улы, һандар менән артыҡ мауыҡмай ғына, төрлө күрһәткестәр менән таныштырҙы: республикала егермеләп муниципаль берәмектең, шул иҫәптән Өфө, Стәрлетамаҡ, Учалы, Нефтекама хакимиәт башлыҡтары алмашыныуын билдәләне, хеҙмәт хаҡының һуңғы йылда һиҙелерлек артыуын, демографик хәлдең бер ни тиклем яҡшырыуын, байҙар менән ярлылар араһындағы айырманың ҡыҫҡарыуын бәйән итте.
— Башҡортостанда һуңғы арала “тын алыуы иркенәйҙе”. Беҙгә билдәле артистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре килә. Тышҡы донъя өсөн асыла башланыҡ. “Йоҡлаусы биләмә” хәленән сығабыҙ һәм башҡа төбәктәр менән ярышабыҙ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Республика Президенты властың асыҡлығы, халыҡ менән власть органдары араһында ике яҡлы бәйләнеш булдырыу кәрәклеге хаҡында әйтте. Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда “Асыҡ республика” проектын индерергә тәҡдим итте. Проект йәмғиәтте борсоған проблемаларҙы бергәләп тикшереү мөмкинлеген бирәсәк. Бының өсөн махсус сайттар һәм порталдар кәрәк. Был проекттар бөгөндән республикала тормошҡа ашырыла башлаған. Тик, Президенттың фекеренсә, унда ҡатнашыусылар өсөн аралашыу мәҙәниәте етмәй, сөнки фекер алышыу йыш ҡына ялыуға һәм темаға ҡағылмаған мәсьәләләр тураһында фәлсәфәгә ҡоролоп ҡала.
Артабан йәнле аралашыу башланды. Шуныһын билдәләргә кәрәк: осрашыу һайлау алдынан булһа ла, бер һорау ҙа сәйәсәткә, һайлауға ҡағылманы. Килеүселәрҙе республикалағы һәм баш ҡалалағы социаль өлкә, иҡтисад, йәмғиәт мәсьәләләре борсой ине.
Өфөләр үҙҙәренең проблемалары тураһында һөйләне. Был әлеге лә баяғы юлдар, автомобиль тығындары, туҡталҡалар етмәү, ҡала архитектураһын һаҡлау, туризмды үҫтереү темаларына ҡағылды.
Республикала КВН һәм интеллектуаль уйындар үҫешмәгән. Был йәһәттән дә блогерҙар тарафынан аныҡ тәҡдимдәр булды. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, уларҙы үҫтереү артыҡ сығымдар талап итмәй, шул уҡ ваҡытта республиканың ыңғай имиджын булдырыуҙа ярайһы уҡ роль уйнай.
Түрәләрҙең, чиновниктарҙың аныҡ эшләмәүе халыҡты ғына түгел, Президентты ла борсой икән. Ул да ҡайһы берҙәренең эшен еренә еткереп башҡармауына, халыҡҡа ҡарата асыҡ булмауына көйөүен белдерҙе. Блогерҙар Рөстәм Хәмитовҡа шәхси һорауҙар ҙа бирҙе. Дөйөм алғанда, аралашыу дуҫтарса мөхиттә һәм йылы килеп сыҡты. Күп кенә эшлекле тәҡдимдәр булды, республика башлығы уларҙың береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Яҙма материалдарҙы танышыу өсөн алды, ҡайһы берҙәре менән аҙағыраҡ шәхси осрашырға килештеләр.
Әлфиә ӘЙҮПОВА.


Вернуться назад