Көлөп килгән кешенән ҡурҡ…28.10.2015
Көлөп килгән кешенән ҡурҡ… Ситкә тайпылыбыраҡ күҙ һалыу форсаты булған кешегә Ер шары ҡуҙғытылған ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтер ине. Ислам донъяһы, мосолман илдәре сәбәбе әлегә асыҡланмаған, аҙағы ла төҫмөрләнмәгән бола уртаһына эләкте. Хәйер, цивилизациялы тип йөрөтөлөүсе дәүләттәрҙә лә һиллек тураһында хыялланырға ғына ҡала.

Кавказдағы ваҡиғалар һәм Гру­зияның Рәсәй менән ҡораллы бә­релештән ыңғай һабаҡ алмауы илебеҙ етәкселәренә Урта Азияла, Яҡын һәм Алыҫ Көнсығышта уҙаҡташ булырҙай дәүләттәр менән мө­нә­сәбәт­тәрҙе әүҙемләштерергә мәжбүр итте. Рәсәйҙең хәҙер мөкиббән китеп ышанырҙай һәм таянырҙай союздаштары юҡ, шуға күрә беҙҙең дип­ло­маттарға ике яҡҡа ла аумаҡайланған дәүләттәр менән уртаҡ тел эҙләргә тура килә. Ә Көнсығыш хаким­дары­ның бөгөн нимә уйлауын, иртәгә ни эш ҡылырын белеү, ай-һай, ауыр.
Шул юҫыҡтан ҡарағанда һәм Ҡытай, Һиндостан, Бразилия кеүек дәүләттәрҙең йылдам күтәрелеүен, ә Европа Союзының АҠШ патернализмынан арынырға бер ни ҡәҙәр ынтылыуын иҫәпкә алғанда, Америка Ҡушма Штаттарының алдағы йыл­дар­ҙа Рәсәй Федерацияһының тәбиғи союздашы булыу ихтималын фараз­ларға мөмкин. Кемгәлер, бәлки, был фекер әлегә аҡылға һыйғыһыҙ булып тойолор. Әммә ундай һығымтаға килергә ашыҡ­майыҡ.
Тарихтан билдәле булыуынса, яу Рәсәй дәүләтенә төрлө тарафтарҙан килгән. Уның хакимдары биләмә­ләр­ҙе киңәйтеү өсөн борон-борондан баҫып алыу сәйәсәтен бойомға ашырған. Был сәйәсәт йә дәүләтте диңгеҙгә сығарыу, йә уны уҫал ниәтле күршеләрҙән ҡурсалау, йә иһә дәүләттең иҡтисади һәм оборона ҡеүәтен көсәйтеү мөмкин­лектәрен эҙләү һылтауы менән үткәрелгән. Октябрь инҡилабына ҡә­ҙәр Рәсәй империяһы Көнсығышта Тымыҡ океандан алып Көнбайышта хәҙерге Польша, Финляндияны ла үҙ эсенә алған ғәйәт ҙур территорияны биләгән. Заманында Аляска ла уның составында булған...
Әлбиттә, яңы ерҙәргә аяҡ баҫыу, әгәр ул урындағы халыҡтың сәйәси һәм иҡтисади ихтыяждарына ыңғай яуап бирһә, уларҙың милли үҙал­лылығын һәм мәртәбәһен ҡыҫмаһа, һәр дәүләттең стратегик мәнфәғәт­тәре өсөн эшләнә. Шул уҡ ваҡытта ҙур дәүләт булып ойошҡан көслө халыҡтың кәмһетелгән, бәләкәй ҡә­үемдәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына алыуы ла тарихи йәһәттән аҡланған аҙым булып һанала. Бары ул сәйәсәттә самаһыҙ үҙәкләштереүгә һәм закон­лаш­тырылған патер­нализм­ға алып килергә тейеш түгел. Хеҙмәттәшлек һәм дуҫлыҡ мөнәсә­бәттәрҙең тиң­легенә нигеҙләнгәндә генә ныҡлы була.
Беҙ һуңғы ваҡытта йыш ҡына тәҡрарлай килгәнсә, халыҡ-ара аренала хәҙер Рәсәйҙең дуҫтары юҡ, тип иҫәпләйбеҙ. Ғөмүмән, әгәр дәү­ләт-ара мөнәсәбәттәр сәйәсәт һәм иҡтисади хеҙмәттәшлек нигеҙендә алып барыла икән, ниндәйҙер дуҫлыҡ һәм йылы хистәр тураһында һүҙ алып барыу урынһыҙ. Һикһә­ненсе йылдар аҙағына ҡәҙәр рәсми идеология СССР халыҡтарының ҡан-ҡәрҙәш­леге, айырылмаҫ дуҫлы­ғы хаҡындағы легенданы милләттәр араһындағы мөнәсәбәттәр тураһын­да төп доктри­наға әүерелдергәйне. Артабанғы ваҡиғалар ул доктри­наның нигеҙһеҙ булыуын раҫланы. Социалистик ил­дәр, милли демократия илдәре тип йөрөтөлгән дәү­ләт­тәр менән союз­дашлыҡ мө­нәсә­бәттәре һәм хеҙмәт­тәшлек СССР яғынан патернализмға һәм бер яҡлы матди ярҙамға ҡорол­ғайны. Советтар Союзы, ғәмәлдә, союздаштарының яҡшы мөнәсә­бәттәрен һатып алырға теләне. Был ышанысһыҙ һәм уның уҙаҡташ­тарын әхлаҡи йәһәттән боҙа торған юл булды.
Әйткәндәй, яңы Рәсәйҙең сәйәси етәкселеге лә үҙенең күршеләренә ҡарата иҡтисади альтруизмдан оҙаҡ ваҡыт арына алмай яфаланды. Элекке союздаш республикалар бул­ған һәм хәҙер ике тиҫтә йыл самаһы мөстәҡил дәүләт һаналған илдәр менән мөнәсәбәттәрҙә иҡти­сади мән­фәғәттәрҙән алда әле булһа сәйәсәт йөрөй. Балтик диңгеҙе бу­йындағы бармаҡ баҫымы дәүмәллек кенә өс дәүләт, НАТО менән Евросоюз ҡанаты аҫтына һыйынып, Рәсәйгә ҡарата асыҡтан-асыҡ дошманлыҡ сәйәсәте алып бара, ә беҙ уларҙы нефть, газ, бүтән төрлө сеймал менән оҙаҡ ваҡыт Рәсәйҙәге эске хаҡтар кимәлендә тәьмин иттек, Европаға кә­рәкмәгән продукттар һәм тауарҙарҙы уларҙан юғары хаҡҡа валютаға һатып алдыҡ. Әгәр Балтик буйы дәүләт­тәрендә уртаса айлыҡ эш хаҡы 800-1000 доллар, ә беҙҙә быйыл 529 доллар икән, Литва, Латвия, Эстония­лағы рәхәт тормошто ниндәйҙер дәрәжәлә һаман Рәсәй булдыра.
Алдараҡ әйткәнебеҙсә, Рәсәй Евразияның икһеҙ-сикһеҙ киңлек­тәрен биләүсе ҙур дәүләт булып ҡала. Уның иҡтисадының потенциалы — Себер, Алыҫ Көнсығыш һәм төньяҡтың әле үҙләштерелә генә башланған матди байлыҡтарында. Был — бер. Икенсенән, дәүләттең, ниһайәт, фәнгә йөҙ менән борола башлауы сәнәғәттә, ауыл хужалы­ғын­да заманса технологиялар инәсәгенә өмөт уята. Бөтә донъяла тарала барған “белем иҡтисады” беҙҙең илдә лә дәүләт доктринаһына әүерел­гәндәй.
Ҡыҫҡаһы, донъя һәм шул донъя­ның мөһим бер өлөшө булған Рәсәй, мең төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңә барып, һис һүҙһеҙ, үҫешкә ынтыла. Сәйәсәттәр төрлө йүнәлештә булһа ла, һәр илдең мәнфәғәттәре үҙенсә күренһә лә, кешелектең алға барыуы интеграция процестары менән бәй­ләнгән. Ул глобализм тип аталамы, иҡтисади берекмәләрме, дәүләттәр прогресс хаҡына тырыш­лыҡты туп­ларға, дөйөм мәсьәләләрҙе күмәкләп хәл итергә тейеш. Айырым бер дәүләт кенә атҡарып сығырҙай проблемалар хәҙер аҙая бара. Тирә-яҡ мөхитте ҡотҡарып ҡалыу, наркомания, террорсылыҡ, әхлаҡһыҙлыҡ кеүек күренештәр айырым бер мил­ләткә генә ҡағылыусы мәсьәлә­ләр түгел. Дөйөм кешелектең йәшәү-йә­шәмәүе көн тәртибенә ҡуйылған ва­ҡытта айырым бер дәүләттең эгоистик мәнфәғәттәре һәм сәйәси конъюнктура ситтәрәк тора. Хатта оно­толоуы ла ихтимал.
Рәсәй Федерацияһы, иҡтисади йәһәттән әлегә бигүк ҡеүәтле ил булмаһа ла, стратегик байлыҡтары һәм фәне, ғәжәйеп талантлы белгес­тәре менән АҠШ һәм Ҡытай, Евросоюз менән тиң мөнәсәбәттәр бул­дырырлыҡ дәүләт статусында ҡала. Уның Америка, Европа һәм Ҡытай менән оҙаҡ ваҡыт “аяҡ терәп” һөйләшә алыу-алмауы Ельцин заманындағы сәйәси етәкселектең булдыҡһыҙлығына һәм ихтыяр­һыҙ­лығына бәйле булды. Халыҡ-ара аренала дәүләттең мәртәбәһе, ҡораллы көстәре, иҡтисады менән бер рәттән, етәкселәренең сәйәси зирәклеге менән дә билдәләнә. Тарихта быға миҫалдар бихисап.
Күп ябай кешеләр кеүек үк, мин дә Америка Ҡушма Штаттары алдында “аһ!” итеп бармайым. АҠШ-ҡа ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәт, билдәле, уның халҡына ҡағылмай. Талантлы, маҡсатҡа ынтылышлы американдар, бөтә донъяның матди һәм интеллектуаль потенциалын хужаларса файҙаланып, һәр йәһәттән тиңдәше булмаған дәүләт төҙөгән. Ҡәтғи, әммә ғәҙел, камил закондар, сағыштыр­ғыһыҙ социаль инфраструктура, ҡеүәтле һәм йәмғиәттең ғорурлығы булған армия — бында һәр аҙым, һәр һүҙ илдең ҡеүәте һәм мәртәбәһе өсөн эшләй. Донъяла күп­тәргә, шул иҫәптән беҙгә лә, Амери­каның һәр урында, һәр мәсьәләгә тығылыуы оҡшамай. Был агрессив, экспансив сәйәсәт булып күренә. Ләкин АҠШ милли мәнфәғәттәрен бүтәндәргә ҡара­ғанда күпкә әүҙе­мерәк, иҡтисадының һәм армия­һының ҡеүәтенә таянып яҡлай икән, был Американың мөстәҡил дәүләт сәйәсәте һәм уны, хупламаған хәлдә лә, ҡабул итергә тура килә. Шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк: донъяла нефть һәм газ, уран, алтын кеүек стратегик запастар өсөн көрәш киҫкенләшә бара. Уның барышында, әлбиттә, АҠШ самаһыҙ аг­рес­сивлыҡ күрһәтә һәм үҙ сәйәсәтен “демократик ҡиммәттәр өсөн көрәш” тигәнерәк сафсата менән биҙәкләргә маташа. Шул уҡ ваҡытта Америка, донъяла етештерелгән продукция­ның биштән бер өлөшөнә эйә булһа ла (ә Рәсәйгә ике проценттан аҙ ғына күберәк тура килә), Ер шарына үҙе генә хужа булырлыҡ супердәүләт түгел. Өҫтә­үенә уның ил эсендәге проблемалары ла етерлек. Һуңғы осорҙағы финанс көрсөгө, ипотека банкта­рының ауыр хәлдә ҡалыуы Америка иҡтисади системаһының элеккесә монолит булмауын күрһәт­те. Шуға күрә, тағы ла байтаҡ фа­кторҙарҙың һөҙөм­тәһе булараҡ, Америка йоғонтоһо кәмей барасаҡ. Рәсәй менән ҡапма-ҡаршылыҡҡа гипотетик рәүештә йөрьәт иткән хәлдә лә, АҠШ туранан-тура эш итеүҙән тартынасаҡ, бәлки Европа илдәре, Төркиә, Япония ме­нән беҙҙең мөнә­сәбәттәрҙе ҡатмар­ландырыу юлын һайлаясаҡ. АҠШ-тың элек­ке союздаш респуб­ликаларҙа “төҫлө” инҡилаптар ойоштороу сценарийын яҙыуы ла, режис­серлығы ла шундай сәйәсәт ерлегендә.
Америка бер мәл Ҡырғыҙстан ме­нән Азербайжанда “демократияны яҡлау үҙәктәре” булдырҙы. Рәсәй менән Польша, Беларусь менән Польша араһындағы мөнәсәбәт­тәрҙең оҙайлы ваҡыт киҫкен булып ҡалыуы тәүге ҡарашҡа ғына ике яҡтар проблемаһы булып күренеүе мөмкин. Ғәмәлдә иһә мәсьәлә тәрәнерәк.
Бер нисә йыл элек Ҡытай Рәсәйгә айырым иҡтисади зона булдырыу хаҡында тәҡдим индергәйне. Әммә илебеҙ етәкселеге тыштан ҡарағанда ымһындырғыс тәҡдимде күтәреп алырға ашыҡманы. Һәм дөрөҫ эшлә­гәндер, сөнки проекттың нигеҙендә Рәсәй иҡтисадын йотоу һәм уның сеймал запастарын ҡулға төшөрөү стратегияһы ятыуы ихтимал ине. Ғөмүмән, был Ҡытайҙың тышҡы сәйәсәт доктринаһы менән тап килә: ҡытайҙар ғүмер баҡый бер дәүләткә лә баҫып инмәгән, агрессия ҡыл­маған, ә уҙаҡташтарын һәм күрше­ләрен аҡрынлап “ҡытайлаштырған”, йотҡан, үҙ мөхитендә иретеп юҡҡа сығарған. Бындай тауышһыҙ экспан­сияның Американың шау-шыулы сәйәсәтенән дә ҡурҡыныс булыуы ихтимал.
Боронғолар: “Көлөп килгән ке­шенән ҡурҡ”, — тип тикмәгә әйтмәгән.




Вернуться назад