Владимир Путиндың яңы мәҡәләһе28.02.2012
27 февралдә “Московские новости” гәзитендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путиндың ил киләсәгенә ҡағылышлы сираттағы мәҡәләһе донъя күрҙе. “Рәсәй һәм үҙгәрә барыусы донъя” тип аталған ҙур күләмле был яҙмала һүҙ илебеҙҙең тышҡы сәйәсәте тураһында бара. “Беҙ кемдер ҡабул иткән ҡарарҙарҙан сығып түгел, ә үҙ мәнфәғәтебеҙгә, маҡсаттарыбыҙға таянып эҙмә-эҙлекле эш итәсәкбеҙ”, – ти В.В. Путин. Ул билдәләүенсә, Рәсәй көслө булғанда һәм аяғында ныҡ баҫып торғанда ғына уны ихтирам итәсәктәр, уның менән иҫәпләшергә мәжбүр буласаҡтар.
Мәҡәләнең йөкмәткеһе менән гәзитебеҙҙең киләһе һанында таныша алаһығыҙ.