Һөҙөмтәле булыр йыйын23.10.2015
Һөҙөмтәле булыр йыйын Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ буйынса тәүге йыйыны үтте. Унда Бразилия, Ҡытай, Һиндостан, КАР, Афғанстан, Пакистан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстан, Бразилия, Уганда, Төркиә, Сербия, Австрия, Мальта, Монголия, Украина Бөйөк Британия илдәренән, шулай уҡ Рәсәйҙең 51 төбәгенән вәкилдәр, эшҡыуарҙар ҡатнашты.

Республика Башлығы Рөстәм Хә­митов, сараның пленар өлөшөн асып, ҡунаҡтарҙы республиканың тор­мошо, сәнәғәте менән таныштырҙы. Йыйындың киләсәктә дәүләттәр араһындағы хеҙмәт­тәш­лекте, иҡтисадты үҫтереү йәһәтенән әһәмиәтен, бәләкәй һәм урта эшҡы­уарлыҡты һәр төрлө йүнәлеш буйынса үҫтереүгә, илдәр, бизнес даирәләре араһындағы күп яҡлы бәйләнеште нығытыуға йоғонтоһон билдәләне. Әлегәсә хәл ителмәгән мәсьәләләрҙе бойомға ашырырға ярҙам итәсәгенә ышаныс та бел­дерҙе.
– Был сара ҙур начальниктар түгел, ә бизнес өлкәһе вәкилдәре, эш­ҡыуар­ҙар өсөн үткәрелә, – тине Рөстәм Зәки улы. – Эшҡыуарлыҡ бөгөн беҙҙе бөтә яҡлап уратып алған. Улар үҙ-ара артабан да аралашып йәшәһен, мөнәсәбәттәрен көйләүгә мөмкинлек тыуһын өсөн ошондай йыйын йыл һайын үткә­реләсәк. Осрашыу һөҙөмтәле булыр, үҙегеҙгә эшлекле партнерҙар табырһығыҙ тип ышанам.
Форумдың программаһы тығыҙ һәм бай ине. Әлбиттә, бөгөн илдәр араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуға бығау булып торған яһалма сәбәптәр етерлек. Яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса стратегик инициативалар агент­лығының генераль директоры Андрей Никитин ошо мәсьәләләргә туҡталды.
Пленар өлөштә Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский, ШОС эшлекле советының башҡарма секретары Сергей Канаевский, Пакис­тандың Белуджистан провинцияһы губернаторы Мөхәммәт Хан Ачакзай һәм башҡалар үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашты, тәҡдимдәрен әйт­те, борсоған мәсьәләләргә, ҡа­нуниәттәге етешһеҙлектәргә туҡ­талды.
Һуңынан үҙ-ара хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйылды.




Вернуться назад