Пентагон үҙ ниәттәрен үҙе аңламай23.10.2015
Быйыл 15 майҙа “Foreign Policy” журналына Пентагондан “CONOP 8888” тигән йәшерен исем аҫтындағы документ килеп эләккәс, донъяла ығы-зығы ҡупты. Унда билдәләнеүенсә, имеш, АҠШ-тың Оборона министрлығы зомбиҙар армияһы һөжүм иткән осраҡта ҡотҡарыу планын әҙерләгән. Әлбиттә, башта был мәғлүмәтте барыһы ла ялған хәбәр, имеш-мимеш тип кенә ҡабул итте. Ышанырлыҡмы ни: донъяла өр-яңы ядро ҡоралына эйә булған иң ҙур армия уйын ҡороп ятһынсы? Ләкин Берләштерелгән стратегик командование вәкиле Памела Кунц ханым Пентагондың сайтында ысынлап та ошондай документ урынлаштырылыуын, өҫтәүенә уның 2011 йылдың апрелендә үк эшләнеүен раҫланы.
“Бының кемгә кәрәге бар?” тигән һорауға Ҡушма Штаттар етәкселеге: “Аҡылдан яҙған кеше юҡ. Шулай ҙа зомбиҙар урынында аныҡ дошман күҙалланыуы ихтимал. Билдәле бер дәүләт рәүешендә тере мәйеттәр образын файҙаланып, сәйәси аңлашылмаусанлыҡтан ҡотолорға мөмкин бит”, – тип яуапланы.
Шул уҡ ваҡытта үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшселәр документтың бөтөнләй икенсе яғын иғтибарға алды. Кешелекте зомбиҙарҙан ҡотҡарыу операцияһының хөкүмәткә ҡаршы көстәрҙе баҫтырыу менән уртаҡлығын билдәләне улар. Тап ошондай хәлдәрҙә бөтөн ғәмәлдәр “туҡтатыу”, “инициативаны үҙ ҡулыңа алыу”, “өҫтөнлөк итеү”, “тотороҡландырыу” һәм “граждандар власын урынлаштырыу” кеүек стадияларҙы үтә. Ләкин әлеге осраҡта “зомби” исеме аҫтында ысынлап та кемдең күҙалланыуы аңлашылып етмәй: баш күтәргән халыҡ вәкилдәреме, әллә инде потенциаль дошманмы? Күнекмәләрҙә дошманды “урыҫтар” йә булмаһа “ихтилалсылар” тип атау килешмәгән кеүек. АҠШ етәкселеге әйтеүенсә, тап шуға күрә уны кинолағы зомбиҙар образы менән алмаштырырға ҡарар ителде, имеш...
Асылда иһә Пентагон зомбиҙар һөжүме була ҡалһа тип күнекмәләр ойошторғанда уйынды түгел, ә армияның етди, системалы ғәмәлдәрен күҙ уңында тота... Документта тере мәйеттәрҙең һөжүмен кире ҡағыу, уларҙы юҡ итеү хаҡында ентекле күрһәтмә бирелә. Бынан тыш, ошондай шарттарҙа законлылыҡты һәм тәртипте һаҡлау йәһәтенән дә йөкмәткеле тәҡдимдәр сағыла.
Ғәжәп хәл! Үҙҙәре, зомбиҙар – ул урыҫтарҙың йә булмаһа демонстранттарҙың псевдонимы, тиҙәр, шул уҡ ваҡытта кинолағы зомбиҙарҙы кәүҙәләндерәләр, генералдары ла һөжүмгә ысынлап әҙерләнә.
Аңламаҫһың: беҙ психик сирлеләр менән эш итәбеҙме, йә булмаһа хәлде дөрөҫ баһаламайбыҙмы?
Зомбиҙарҙың һөжүмен Америка хәрбиҙәре ниндәй юҫыҡта кире ҡағырға ниәтләй һуң?
Аҡ йорттоң әүәлге ньюсмейкеры Псакиҙың Америка флотын “Белоруссия ярҙарына” ебәрергә янағанын да, дәүләт секретары Керриҙың, бер көн эсендә фекерен ҡырҡа үҙгәртеп, Рәсәй хәрбиҙәренең Сүриәләге ғәмәлдәренә биргән аңлатмаһын да камера яҙмаларынан киҫеп алыу мөмкин түгел. “Рәсәй хәрбиҙәре Сүриәгә үҙ хәрбиҙәрен яҡлау өсөн ебәрелде”, – тигәйне ғәйепләүсенән кинәт кенә яҡлаусыға әүерелгән Керри. (Әйткәндәй, дәүләт секретарының хамелеонға хас был ҡылығында “мюнхенлаштырыу”ҙы күреп, Путиндың иҡтисад буйынса элекке советнигы Андрей Илларионов та әсе көлгәйне).
Ҡушма Штаттарҙағы төп сәйәсмәндәрҙең береһе булған Сара Пэйлин (бер үк ваҡытта ул штат губернаторы һәм партия лидеры), Чехия менән Чечняны бутап, Праганың көлөн күккә осорорға тәҡдим иткәйне. “Fox News” телеканалына биргән интервьюһында ул Бостондағы теракттарға ҡәтғи яуаптың ниндәй булырға тейешлеге хаҡында һүҙ алып барҙы.
– Террорсыларҙың Чехия Республикаһы мосолмандары икәнлегенә шигебеҙ юҡ, – тине Пэйлин. – Бында килеп шартлауҙар ойошторорға уларҙың хаҡы юҡ. Бер нисә ядро ракетаһын Исламабадҡа йүнәлтәйек, Прага ла, Тегеран да тамуҡ утында янһын әйҙә.
Тапшырыуҙы алып барған Стив Дуси менән Гретчен Карлсон да, хәлдең айышына төшөнөп етмәйенсә, был тәҡдимде алҡышлап хупланы.
“Бер ниндәй ҙә айырма күрмәйем, – тип үҙенекен тылҡыны Пэйлин. – Рәсәй Чехия Республикаһының бер өлөшө түгелме ни?”
АҠШ өсөн бындай ваҡиғалар һирәк күренеш түгел, ә сәйәси тормош нормаһына әүерелеп бара буғай. Шуға күрә Пентагондың зомбиҙар һөжүмен кире ҡағырға әҙерләнеүенә лә ғәжәпләнергә ярамай. Әммә ошондай ахмаҡтарҙың ҡулында ҡеүәтле флот менән ядро ҡоралының тупланыуы ғына ҡурҡыныс... Бынан да хәүефлерәк нимә бар һуң? Әйтеп ҡарағыҙ...