Беҙгә яҙ иртәрәк килгәндәй28.02.2012
Уҙған аҙнала ла донъя күләмендәге яңылыҡтар әллә ни һөйөндөрмәне, шулай ҙа Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда заманса үҫешкә ынтылыш, властың ябай халыҡ мәнфәғәтенә нығыраҡ иғтибар итеүе күңелде йылыта.

“Дуҫтар”ға ниндәй юл кәрәк?

Сүриәлә илдең яңы Конституцияһын ҡабул итеү мәсьәләһе буйынса референдум булды. Сәйәси күҙәтеүселәр әлеге Төп Закондың проектын үҫешкә йүнәлтелгән һәм демократик тип баһалай, уның Европа илдәренең тәжрибәһенә таянып эшләнгәнлеген, элеккеһенә оҡшаш түгеллеген билдәләй. Яңы документта, атап әйткәндә, илдә күп партиялы сәйәси система булдырыу, президентты халыҡтың тауыш биреүе йомғаҡтарына ҡарап тәғәйенләүгә күсеү кеүек етди үҙгәрештәр тәҡдим ителә.
Был мөһим ваҡиғаның ыңғай һөҙөмтә биреренә Сүриә халҡы ғына түгел, тотош донъя йәмәғәтселеге ҙур өмөт бағлай. Сәйәсәт белгестәренең фекеренсә, референдум илде оҙаҡҡа һуҙылған көрсөктән арындырыу, ҡан ҡойошто туҡтатыу маҡсатындағы сараларҙың инешенә әйләнә ала. Әгәр халыҡтың күпселеге Конституцияның үҙгәртелеүе өсөн тауыш биргән булһа, быйыл майҙа Сүриә парламентына һайлау яңы хоҡуҡи нигеҙҙә ойоштороласаҡ.
Тауыш биреү, алдан уҡ көтөлгәнсә, тыныс ҡына барманы, шулай ҙа уны үткәреүселәргә аяҡ салырға маташыусыларҙың ниәте бойомға ашманы. Референдум йомғаҡтары ошо аҙнала билдәле буласаҡ. Әлбиттә, ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшелгән хәлдә быға үҙҙәрен “Сүриәнең дуҫтары төркөмө” тип атаусылар һис тә һөйөнмәйәсәк.
“Дуҫтар”, йәғни ғәрәп монархиялары һәм Көнбайыштың демократик илдәре берләшмәһе, үткән аҙнала Туниста Сүриәләге радикаль оппозицияны ҡоралландырыу һәм ғәмәлдәге власты ҡолатыу буйынса артабанғы аҙымдар хаҡында һөйләшеү маҡсатында осрашыу ойошторҙо. Матбуғаттағы яҙмаларҙа билдәләнеүенсә, АҠШ пентагоны “Баш күтәреүселәрҙе һәм ябай халыҡты хөкүмәт ҡарамағындағы ғәскәрҙәрҙең һөжүменән яҡлау планы”н әҙерләгән, әле Бөйөк Британия, Франция, Италия һәм башҡа дәүләттәр менән был илдәге көрсөккә ҡаршы көрәшкә хәрби көс менән ҡыҫылыу мәсьәләһе буйынса кәңәшләшә. Шуныһы аптырата: “Сүриәнең дуҫтары” араһында БМО-ның Хәүефһеҙлек Советында Дамасктағы етәкселеккә ҡарата киҫкен саралар күреүгә ҡаршы сығыш яһаған Рәсәй менән Ҡытай юҡ.
Беҙҙекеләрҙе саҡырған булғандар, әлбиттә, тик, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле әйтеүенсә, унда барыуҙан бер ниндәй фәтүә сыҡмаҫ ине. Баҡһаң, Туниста йыйылыусылар, Сүриә хөкүмәтен ситтә ҡалдырып, оппозиция менән генә кәңәшләшеүҙе хуп күргән икән. Белеүебеҙсә, ғәмәлдәге етәкселек был илдә халыҡтың күпселеге тарафынан яҡлау таба, тимәк, уларҙың талаптарын иҫәпкә алмау — бик ҙур хата.
“Беҙ Әсәдтең хөкүмәтенә баҫым яһарға, уны төрлө яҡлап сикләргә килештек, — тип белдергән АҠШ-тың дәүләт секретары Хиллари Клинтон. — Ул бығаса беҙҙең иҫкәртеүҙәрҙе инҡар итеп килде, шуға ла хәҙер Сүриә нефтенән баш тартыу, илгә инвестициялар ағымын туҡтатыу, дәүләт иҫәптәрен “туңдырыу”, вәкиллек һәм илселектәрҙе ябыу кеүек яңы санкциялар ҡулланасаҡбыҙ. Әсәдтең көндәре һанаулы. Етәкселектең ҡолатылыуы алдынан бик күп ҡан ҡойоласаҡ, шуныһы ҡыҙғаныс...”
Ғөмүмән, бындағы барлыҡ ваҡиғалар Ливиялағыға оҡшаш. Пландар әҙер, күп сығым талап ителмәй, һуғышта ҡатнашырға, ҡан менән бысранырға тура килмәйәсәк... Эйе, Сүриә оппозицияһы барыһын да үҙе башҡарасаҡ — ҡулдарына ҡорал тоттороу ғына етә. Иң мөһиме — власть өсөн көрәште тоҡандырыуға БМО-нан махсус хуплау ҙа кәрәкмәй.
“Дуҫтар”ға ла, радикаль оппозицияға ла ошо көндәрҙә үткән референдумдан файҙа юҡ. Улар Сүриәләге көрсөктө бер ниндәй һуғышһыҙ йырып сығыуҙы, артабанғы үҫеште тәьмин итерлек юлдың барлығын танырға теләмәй. “Дуҫтар”ға үҙҙәренә кәрәкле кешеләрҙең власта ултырыуы ғына мөһим.

Оппозиция ҡарасҡы түгел

Үткән аҙнала Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев илдәге теркәлмәгән партия һәм хәрәкәттәрҙең вәкилдәре менән осрашты. Һөйләшеүҙә илдәге сәйәсәтте үҙгәртеп ҡороу, хатта бәләкәй партияларға ла дәүләт кимәлендә мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡатнашыу мөмкинлеге биреү хаҡында һүҙ барҙы. “Хәҙерге власть өсөн Рәсәй граждандарының барыһының да теләк-талаптары мөһим, шуға күрә оппозиция эшмәкәрҙәренә ҡануниәтте камиллаштырыуға үҙ өлөшөн индерергә тәҡдим итәбеҙ”, — тине Президент.
Сәйәси үҫеш маҡсатындағы үҙгәртеп ҡороу мәсьәләһен, белеүебеҙсә, былтыр декабрҙә Дәүләт Думаһына ошо хаҡта закон проектын индереп, Дмитрий Медведев үҙе күтәргәйне. “Моғайын, быны күпселек хуплайҙыр. Ҡайһы бер партияларға үҙгәрештәр оҡшап етмәгәнлеген беләм, әммә һеҙ, теркәлмәгән фирҡәләр вәкилдәре булараҡ, мәсьәләгә икенсе күҙлектән ҡарайһығыҙ, сәйәси тормошто либералләштереүгә ҙурыраҡ әһәмиәт бирәһегеҙ”, — тине ул йыйылыусыларға. Президент менән, ысынлап та, барыһы ла килеште. Улар шулай уҡ үҙҙәренең өҫтәмәләре менән дә таныштырҙы. Мәҫәлән, “Рәсәйҙең берләшкән хеҙмәт фронты” фирҡәһенең секретарь-координаторы Сергей Удальцов һайлауҙа ҡатнашыусы партияларға блокка тупланыу хоҡуғы биреү мөһимлеген билдәләне. Оппозиция вәкилдәренең күпселеге шулай уҡ партияларҙы теркәүҙең ҡәҙимге дәүләт хеҙмәте кеүек еңел башҡарылыуын, губернаторҙарҙы һайлау буйынса ҡануниәткә, Рәсәй Конституцияһына күп йәһәттән үҙгәрештәр индерелеүен теләй.
Дөйөм алғанда, Президент менән оппозицияның осрашыуында темаларға бер ниндәй ҙә сикләү ҡуйылмағайны, сәйәси үҙгәртеп ҡороуҙан башҡа мәсьәләләр буйынса ла фекер алышыу булды. Шуныһын билдәләргә кәрәк: бығаса ундай сараларҙы ойоштороу мөмкин түгел тип һаналһа ла, диалог килеп сыҡты, хатта емешле тип баһаланды.

Халыҡ өсөн эшләйҙәр

Башҡортостанда уҙған аҙнала һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү мәсьәләләренә айырыуса ҙур иғтибар бүленде. Өфөлә I медицина ассамблеяһының асылыуы ла, баш ҡалалағы 33-сө поликлиниканың филиалын файҙаланыуға тапшырыу тантанаһы ла республика кимәлендәге ваҡиғалар тип ҡабул ителде.
Үрҙә аталған ике сара хаҡында һөйләгәндә, ирекһеҙҙән, Президент Рөстәм Хәмитовтың: “Власть халыҡ өсөн эшләргә тейеш! Етәкселәр халыҡҡа йөҙ менән боролорға бурыслы!” — тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Ни тиһәң дә, баш ҡала етәкселеге, бығаса магазин урынлашҡан бинаны һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡарамағына тапшырып, ҙур, изге эш, хатта ниндәйҙер кимәлдә батырлыҡ эшләгән. Түрәләр бит йыш ҡына иҡтисад үҫешен хәстәрләүгә мөкиббән бирелә, шул уҡ ваҡытта социаль өлкә, ябай халыҡтың көндәлек ихтыяждары иғтибарҙан ситтә тороп ҡала.
Хәйер, Башҡортостан етәксеһе власть менән кешеләр араһын яҡынайтыу талабын ассамблеяны асыу тантанаһында ҡабатланы. “Етешһеҙлектәр менән килешергә ярамай. Медицина хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа яҡыныраҡ булырға, кеше сәләмәтлеген хәстәрләүҙә күңел һалып эшләргә тейеш”, — тине Рөстәм Зәки улы.
Даян МӘЖИТОВ


Вернуться назад