Ҡырымдан да килделәр09.10.2015
Өфөгә Ҡырым Республикаһы Дәүләт Советының рәсми делегацияһы килде. Сәфәр барышында төбәк етәкселеге, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары менән осрашыу, шулай уҡ закон сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыла.
Ҡануниәт эшмәкәрлеге буйынса хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү федераль закон проекттарын берлектә эшләүҙе, норматив акттар, башҡа материалдар менән алмашыуҙы, конференциялар, семинарҙар, осрашыуҙар үткәреүҙе күҙ уңында тота.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, ике парламент араһындағы тырышлыҡты берләштереү, хеҙмәттәшлекте килешеү менән нығытыу ҡануниәтте камиллаштырыу мөмкинлеген бирәсәк, ҡабул ителгән закондарҙың сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк. Әле Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәсәй төбәктәрендәге 27 парламент менән килешеү төҙөгән. Берлектәге эш вәкәләттәрҙе уңышлыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә.





Вернуться назад