Иран яҡынаймаҡсы09.10.2015
Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Иран Ислам Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Мехди Санаи менән осрашты.
Унда сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни өлкәләрҙәге хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде.
— “Башнефть” компанияһының һеҙҙең илдәге бизнес менән тығыҙыраҡ эшләүен теләр инек. Хеҙмәттәшлекте башларға, һүҙҙән эшкә күсергә ваҡыт, — тине Рөстәм Хәмитов осрашыуҙа.
2014 йылда Иран Башҡортостандың тышҡы сауҙа партнерҙары араһында 80-се урынды биләгән. Үҙ-ара тауар әйләнеше 881,9 мең доллар тәшкил иткән. Республиканан Иранға тау тоҡомдарын быраулау ҡорамалдары сығарылған. Импортҡа иһә бутилен һәм быраулау ҡулайламалары ингән.




Вернуться назад