Мәскәүҙә үткән эскелек хәүефенән яҡлау буйынса “Дөйөм эш” сиркәү-йәмәғәт советы конгресында халыҡты яман ғәҙәттән арындырыуҙа һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүҙә республикабыҙ иң уңышлы эшләгән төбәктәрҙең береһе булараҡ билдәләнгән. Форумда ҡатнашыусыларҙа Башҡортостанда 100-ҙән ашыу ауыл һәм ҡасаба ҡушылған “Айыҡ ауыл” конкурсын үткәреү тәжрибәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
Әлеге сарала Рәсәйҙең 81 төбәгенән, Украина, Белоруссия һәм Ҡаҙағстандан барлығы 400-ҙән ашыу вәкил ҡатнашҡан. Киң аудиторияла спиртлы эсемлектәрҙе ҡулланыуҙы кәметеү һәм таралыуын иҫкәртеү буйынса Рәсәйҙең 2020 йылға тиклем ҡабул ителгән дәүләт сәйәсәте концепцияһының тормошҡа ашырылыу барышы ҡаралған. Илдең баш санитар табибы Геннадий Онищенконың тәҡдиме иғтибарға лайыҡ. Ул, губернаторҙар эшмәкәрлеген баһалағанда айырым төбәктә эскелек һөҙөмтәһендә вафат булыусылар һәм иҫерткес ҡулланыусылар һанын да иҫәпкә алырға кәрәк, тип иҫәпләй.
Әйткәндәй, “Дөйөм эш” хәрәкәте — балаларҙа һәм йәштәрҙә алкоголдең зыянын, сәләмәт йәшәү рәүешенең өҫтөнлөгөн аңлатыуға йүнәлтелгән халыҡ-ара эскелеккә ҡаршы көрәш проекты. Рәсәйҙә эскелек хәүефенән һаҡлау буйынса сиркәү-йәмәғәт советы 2009 йылда ойошторолған. Уға ғалимдар, эксперттар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, власть органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм дин әһелдәре инә.
Республиканан был сарала Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының баш белгес-эксперты Эльвира Хәйретдинова, “Айыҡ Башҡортостан” төбәк йәмәғәт ойошмаһы хәрәкәте рәйесе Роберт Дәүләтшин, уның урынбаҫары Вадим Муфарахов һәм башҡалар ҡатнашты.
Вадим МУФАРАХОВ, “Айыҡ Башҡортостан” төбәк йәмәғәт ойошмаһы хәрәкәте рәйесе урынбаҫары, Туймазы ҡалаһы дауаханаһы табибы:— Форумдың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Йәмғиәтте айыҡтырыуға табан ышаныслы аҙым яһала. Илдең буласаҡ Президентына спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләү һәм йәштәр араһында иҫкәртеү сараларын көсәйтеү буйынса мөрәжәғәт ҡабул итеү ҙә үҙ һөҙөмтәһен яҡын арала күрһәтер, тип ышанам.
Эльвира ХӘЙРЕТДИНОВА, делегация етәксеһе:— Конгреста үҙебеҙҙе борсоған күп мәсьәләләргә төплө яуап алдыҡ. Байтаҡ башланғыстарҙың хупланыуы ла һөйөндөрҙө. Спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләүҙе көсәйтеү һәм Рәсәй биләмәһендә уны 11-ҙән алып киске сәғәт 7-гә тиклем генә һатыу тәҡдиме лә ҡаралды. Бынан тыш, үҫмерҙәрҙе яман ғәҙәттән аралау маҡсатында мәктәптәрҙә махсус курстар индереү кәрәклеге лә юғары даирәгә ишеттерелде. Ғөмүмән, быға тиклем күңелде өйкәгән барлыҡ проблемалар хаҡында эшлекле һөйләшеүгә өлгәшелде.
М. ХАРИСОВА.